6 Кем Мине кире ҡаҡмай, шул бәхетле.
6 Кем Мине кире ҡаҡмай, шул бәхетле, – тип яуапланы уларға Ғайса.
әммә, үҙендә тамыры булмағанлыҡтан, ваҡытлыса ғына тота. Һүҙ арҡаһында ҡайғыға ҡалһа йәки эҙәрләүгә юлыҡһа, ул тиҙ үк сигенә.
Был донъяға ҡайғы, сөнки дөрөҫ юлдан яҙҙыра! Ҡотҡо һалыуҙарҙың килеүе ҡотолғоһоҙ, ләкин улар кем аша килә, шул кешегә ҡайғы!
Шул саҡта күптәр имандан ваз кисер, бер-береһенә хыянат итер һәм бер-береһен дошман күрер.
Юл ыңғайы Ғайса уларға: – Ошо төндә һеҙ бөтәгеҙ ҙә Минән ситләшәсәкһегеҙ. Изге Яҙмала: «Көтөүсене һәләк итермен һәм көтөүҙәге һарыҡтар таралышып бөтөр», – тип яҙылған.
Әгәр һине уң күҙең гонаһҡа ҡотортһа, уны соҡоп алып ситкә ырғыт! Бөтөн тәнең менән йәһәннәмгә ташланыуға ҡарағанда, бер ағзаңды юғалтыу һинең өсөн хәйерлерәк.
Ул балта оҫтаһы түгелме һуң? Мәрйәмдең улы, Яҡубтың, Иосияның, Йәһүҙәнең һәм Симондың ағаһы түгелме? Уның һеңлеләре лә бында, беҙҙең арабыҙҙа түгелме? – тиешеп, Унан йөҙ борҙолар.
Симеон уларҙы фатихалап, Баланың әсәһе Мәрйәмгә: – Был Бала, Израилдә күптәрҙең түбән төшөүенә һәм күтәрелеүенә сәбәп булһын өсөн, илаһи билдә итеп һайланған. Был билдәне кире ҡағырҙар,
Кем Мине кире ҡаҡмай, шул бәхетле, – тип яуап биргән.
– Мин быларҙы иманығыҙ ҡаҡшамаһын өсөн һөйләнем.
Шул ваҡыттан Ғайсаның күп шәкерттәре, айырылып китеп, башҡаса Уның менән бергә йөрөмәне.
Үҙендә Алла Рухы булмаған кеше Рух күрһәткәндәрҙе ҡабул итә алмай, сөнки уларҙы ахмаҡлыҡ тип һанай; аңлай алмай, сөнки былар тураһында Изге Рух ярҙамында ғына фекер йөрөтөргә мөмкин.
Имандаштар, әгәр сөннәткә ултыртылыуҙың кәрәклеген әле лә вәғәзләйем икән, ни өсөн мине һаман эҙәрлекләйҙәр? Ул ваҡытта арҡысаҡ тураһында өйрәтеүем дә кәртә булып тормаҫ ине.
Ул – кешеләр абынасаҡ таш, улар абынып йығыласаҡ ҡая». Был ташҡа абыналар, сөнки Уға буйһонмайҙар. Был улар өсөн алдан билдәләнгән.