Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 11:29 - Инжил

29 Ҡамытымды үҙегеҙгә кейегеҙ ҙә, Минән өйрәнегеҙ, сөнки Мин – йыуаш, баҫалҡы, шул мәлдә күңелегеҙгә тыныслыҡ табырһығыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

29 Минең ҡамытымды үҙегеҙгә кейегеҙ ҙә Минән өйрәнегеҙ, сөнки Мин – йыуаш һәм баҫалҡымын. Шул мәлдә йәнегеҙ тыныслыҡ табыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 11:29
38 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Петр был һүҙҙәрҙе әйткән саҡта, балҡып торған болот килеп сығып, уларҙы күләгәһе менән ҡаплап алды. Болот эсенән: «Был – Минең ҡәҙерле Улым, Ул Минең ҡыуанысым. Уны тыңлағыҙ!» – тигән тауыш ишетелде.


«Сион ҡыҙына әйтегеҙ: Бына, һиңә Батшаң килә. Ул Үҙе йыуаш булып, ишәккә һәм йәш ишәккә, йөк йөрөтә торған хайуан балаһына атланған».


Һеҙгә ҡушҡандарымдың барыһын да үтәргә өйрәтегеҙ. Һәм белегеҙ: Мин донъя бөткәнгәсә һәр ваҡыт һеҙҙең менән бергә булам.


Шуға күрә был һүҙҙәремде ишетеп, уларҙы үтәгән һәр кем үҙенең йортон таш өҫтөндә төҙөгән аҡыллы кешегә оҡшар.


Кешеләр нимә булғанын күрергә тип Ғайса янына килгән. Эсенән ендәре сыҡҡан әҙәмдең кейенгән һәм аҡылына килгән хәлдә Ғайсаның аяҡ осонда ултырғанын күреп, ҡурҡыуға ҡалғандар.


Минең кеүек эшләрһегеҙ тип, үрнәк күрһәттем.


Һеҙ хәҙер быны беләһегеҙ һәм, белгәнегеҙҙе үтәһәгеҙ, бәхетле булырһығыҙ.


Израиль халҡына: «Алла һеҙгә нәҫелегеҙҙән минең кеүек Пәйғәмбәр сығарасаҡ», – тип әйткән дә шул Муса.


ҡанунға ят булғандарҙы Мәсихкә килтереү өсөн, улар янында ҡанунды белмәүсе кеүек булдым. Әлбиттә, был Алла алдында ҡанунһыҙ йәшәйем тигәнде аңлатмай, киреһенсә, мин Мәсих ҡанунына буйһонам.


Мин, арағыҙҙа «баҙнатһыҙ», ә ситтән тороп һеҙҙең менән аралашҡанда «ҡыйыу» булған Павел, Мәсихтең баҫалҡылығы һәм эскерһеҙлеге менән һеҙгә мөрәжәғәт итәм.


Алланы танып белеүгә ҡаршы тәкәббер рәүештә ҡалҡҡан һәр төрлө ҡаршылыҡтарҙы емерәбеҙ һәм һәр төрлө уй-ниәтте эләктереп алып, Мәсихкә буйһондорабыҙ.


Бер-берегеҙгә ҡарата уй-фекерҙәрегеҙ Ғайса Мәсихтеке кеүек булһын.


сөнки Ғайса Мәсих исеменән ниндәй бойороҡтар биреүебеҙҙе беләһегеҙ.


һәм, камиллыҡҡа өлгәшкәндән һуң, Үҙенә тыңлаусан булған бөтөнөһө өсөн дә мәңгелек ҡотолоу сығанағына әйләнде.


Кем дә кем: «Мин Аллаламын», – ти, ул кеше Ғайса һымаҡ йәшәргә тейеш.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ