26 Эйе, Атам, шулай эшләүҙе Һин яҡшы тип таптың!
26 Эйе, Атам, был һинең игелекле ихтыярың ине!
Ошо ваҡыт Ғайса, Изге Рух тарафынан шатлыҡ менән һуғарылып, былай тигән: – Атам, күктең һәм ерҙең Хужаһы! Быны зирәктәр һәм аҡыл эйәләренән йәшереп, сабыйҙарға асып биргәнең өсөн Һине данлайым! Эйе, Атам, шулай эшләүҙе Һин яҡшы тип таптың!
– Атам! Әгәр теләһәң, был ғазаптар кәсәһен Минән үткәреп ебәр. Әммә был Минең ихтыярымса түгел, ә Һинең ихтыярыңса булһын!
[Ғайса: – Атам! Кисер уларҙы! Улар ни эшләгәндәрен үҙҙәре лә аңламай бит! – тигән.] Ғәскәриҙәр йәрәбә һалып, үҙ-ара Уның кейемдәрен бүлешкән.
Мәмерйә ауыҙынан ташты алып ҡуйҙылар. Ғайса юғарыға ҡарап: – Атам! Мине ишеткәнең өсөн рәхмәт! – тине. –
Күңелем Минең хәҙер борсоулы. Нимә тип әйтәйем? «Атам! Мине был сәғәттән ҡотҡар!» – типме? Ләкин Мин ошо сәғәт өсөн килдем дә инде.
Атам! Исемеңдең данлы бөйөклөгөн күрһәт. Шул ваҡыт күктән: – Күрһәттем һәм күрһәтәсәкмен! – тигән ауаз ишетелде.
Шулай итеп, Алла Үҙе теләгән кешегә шәфҡәт күрһәтә һәм теләгән кешеләрен тиҫкәре, Үҙ тауышына ҡарата һаңғырау итә.
Һәммәһен дә Үҙ ниәте һәм ихтыяры менән Булдырыусы Алла, Үҙенең маҡсаты буйынса алдан билдәләп, беҙҙе Мәсих аша вариҫтары итеп ҡуйҙы.
Ул, Мәсих аша тормошҡа ашырырға ҡарар иткән ниәте буйынса, беҙгә Үҙ ихтыярының серен асты.
Алла тарафынан баштан уҡ билдәләнгән был мәңгелек ниәт Раббыбыҙ Ғайса Мәсих аша тормошҡа ашырылды.
Ул беҙҙе ҡылған эштәребеҙгә ҡарап түгел, ә Үҙенең ниәте һәм мәрхәмәте менән ҡотҡарҙы, изге тормошҡа саҡырҙы. Уның был мәрхәмәте донъя яратылғансы уҡ Ғайса Мәсих аша еткерелде.