22 Ләкин һеҙгә әйтәм: ҡиәмәт көнөндә Тир менән Сидонға һеҙгә ҡарағанда еңелерәк булыр.
22 Ләкин һеҙгә әйтәм: ҡиәмәт көнөндә Тир менән Сидондың хәле һеҙҙекенән еңелерәк булыр.
Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: ҡиәмәт көнөндә ул ҡалаға ҡарағанда Содом менән Гоморра еренә еңелерәк булыр.
– Ҡайғы һиңә, Хоразин! Ҡайғы һиңә, Вифсаида! Әгәр ҙә һеҙҙә ҡылынған мөғжизәләр Тир һәм Сидон ҡалаларында күрһәтелгән булһа, ундағы кешеләр күптән инде шырт кейемдәр кейеп, баштарына көл һибеп тәүбә итерҙәр ине.
Ләкин һеҙгә әйтәм: ҡиәмәт көнөндә һиңә ҡарағанда Содомға еңелерәк булыр.
Һеҙгә әйтәм: әйткән һәр буш һүҙе өсөн кешеләр ҡиәмәт көнөндә яуап тотасаҡ.
Әммә ҡиәмәт көнөндә Тир менән Сидонға һеҙгә ҡарағанда еңелерәк булыр.
Әгәр ошондай бөйөк ҡотҡарылыу менән иҫәпләшмәйбеҙ икән, әле килеп язаны нисек урап үтә алырбыҙ? Был ҡотҡарылыу тураһында бит тәүләп Раббы Үҙе асып һалды һәм Уның әйткәндәрен ишеткән кешеләр беҙгә быны раҫланы.
Шулай итеп, Раббы Үҙен хөрмәт иткәндәрҙе һынауҙарҙан нисек ҡотҡарырға, ә Үҙен тыңламағандарҙы, яза аҫтында тотоп, хөкөм көнөнәсә нисек һаҡларға икәнен белә.
Ә шул уҡ һүҙ менән хәҙерге күк һәм ер, уттан һәләк ителеү өсөн, хөкөм көнөнәсә һаҡланып тора. Шул көндә аллаһыҙҙар ҙа юҡ ителәсәк.
Шулай итеп, мөхәббәтебеҙ камиллашты, һәм беҙ хөкөм көнөн ышаныс менән ҡаршыларбыҙ, сөнки Ғайса ниндәй булһа, беҙ ҙә был донъяла шундайбыҙ.
Унан һуң мин ҙур аҡ тәхетте һәм унда Ултырыусыны күрҙем. Уның ҡарашынан ер менән күк ҡасты, уларға урын табылманы.
Мин тәхет ҡаршыһында тороусы үлгәндәрҙе, бөйөк һәм ябай кешеләрҙе күрҙем. Китаптарҙы астылар. Аҙаҡтағы бер китап – тормош китабы – асылды. Китаптарҙа яҙылғанса, үлгәндәр үҙ эштәренә ҡарап хөкөм ителде.