Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 11:18 - Инжил

18 Яхъя килде, ашамай ҙа, эсмәй ҙә, кешеләр иһә: «Уға ен эйәләшкән», – тиҙәр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

18 Яхъя килде, икмәк тә ашамай, шарап та эсмәй, кешеләр иһә: «Уға ен эйәләшкән», – тиҙәр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 11:18
17 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шәкерт остазы кеүек, ә хеҙмәтсе хужаһы кеүек булһа, шул етә. Йорт хужаһын Веельзевул тип атағандар икән, өйҙәгеләрҙе инде бигерәк тә шулай тип атарҙар.


Яхъяның кейеме дөйә йөнөнән булып, биленә тиренән ҡайыш быуған ине. Сиңерткә һәм солоҡ балы менән туҡланды.


Ләкин фарисейҙар: – Ул ендәрҙе ендәр башлығының көсө менән ҡыуып сығара, – тип ҡаршы һөйләнеләр.


Иерусалимдан килгән ҡанун белгестәре: – Уның эсендә Веельзевул бар! Ендәрҙе ендәр башлығының көсө менән ҡыуып сығара, – тинеләр.


Ул Раббы алдында бөйөк булыр, шарап һәм иҫерткес эсемлектәр эсмәҫ, әсәһенең ҡарынында ятҡанда уҡ Изге Рух менән һуғарылыр.


– Уға ен эйәләшкән, Ул һаташа. Ниңә Уны тыңлайһығыҙ? – тине күптәре.


– Һиңә ен эйәләшкәнме әллә? – тине кешеләр. – Кем Һине үлтерергә теләй?


– «Һин Самария кешеһе, һиңә ен эйәләшкән», – тип әйтеүебеҙ дөрөҫ икән, – тине йәһүдтәр.


– Бына хәҙер һиңә ен эйәләшкәнлегенә бер шигебеҙ ҙә ҡалманы, – тине йәһүдтәр. – Ибраһим да, пәйғәмбәрҙәр ҙә үлде, ә һин: «Кем Минең һүҙемде тота, шул бер ҡасан да үлмәйәсәк», – тиһең.


Ул шулай тип үҙен яҡлағанда Фест көслө тауыш менән: – Һин, Павел, аҡылдан шашҡанһың! Ҙур ғилемлек һине аҡылдан яҙҙыра, – тине.


Башҡаларға Һөйөнөслө Хәбәрҙе иғлан итеп тә уны тотмаусы булып ҡалмаҫ өсөн, тәнемде сыныҡтырам һәм уны үҙ ихтыярыма буйһондорам.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ