Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 11:11 - Инжил

11 Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: ҡасан да булһа тыуған кешеләр араһында Сумдырыусы Яхъянан бөйөгөрәк һис кем юҡ. Әммә Күктәр Батшалығында иң кесеһе лә унан бөйөгөрәк.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

11 Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: ҡасан да булһа тыуған кешеләр араһында Сумдырыусы Яхъянан бөйөгөрәк һис кем юҡ. Әммә Күктәр Батшалығында иң кесе тип һаналғаны ла унан бөйөгөрәк.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 11:11
31 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Уның тураһында Изге Яҙмала: «Мин Һинең алдыңдан хәбәрсемде ебәрәм, ул Һинең алдыңдан юл әҙерләр», – тип яҙылған.


Сумдырыусы Яхъя вәғәзләгән көндәрҙән алып бөгөнгәсә ҡайһы берәүҙәр Күктәр Батшалығына көслөк менән ҡаршылыҡ күрһәтә һәм уны яуларға тырыша.


Шул көндәрҙә Йәһүҙиә сүллегенә Сумдырыусы Яхъя килде.


Мин, тәүбә итеүегеҙҙе раҫлап, һеҙҙе һыуға сумдырам. Әммә минән һуң Килеүсе ҡөҙрәтлерәк. Мин Уның аяҡ кейемен күтәреп йөрөргә лә лайыҡ түгел. Ул һеҙҙе Изге Рухҡа һәм утҡа сумдырыр.


Шулай итеп, кем дә кем әмерҙәрҙең кескәй генәһенең дә ғәмәлдән сыҡҡанын иғлан итеп, башҡаларҙы ла шуға өйрәтә, ул Күктәр Батшалығында иң түбән кеше тип аталыр. Ә уларҙы үтәп, башҡаларҙы ла үтәргә өйрәтеүсе иһә Күктәр Батшалығында бөйөк булып һаналыр.


Ул Раббы алдында бөйөк булыр, шарап һәм иҫерткес эсемлектәр эсмәҫ, әсәһенең ҡарынында ятҡанда уҡ Изге Рух менән һуғарылыр.


Мин һеҙгә шуны әйтәм: ҡасан булһа ла тыуған кешеләр араһында Яхъянан бөйөгөрәк берәү ҙә юҡ. Әммә Алла батшалығында иң кесеһе лә унан бөйөгөрәк.


– Был баланы Минең хаҡыма ҡабул иткән кеше Мине ҡабул итә, ә Мине ҡабул иткән кеше Мине Ебәреүсене ҡабул итә. Арағыҙҙағы иң түбәне – иң бөйөгө, – тигән.


Яхъя Уның хаҡында шаһитлыҡ ҡылып: «Минән һуң Килеүсе минән өҫтөнөрәк, сөнки Ул миңә тиклем үк бар ине», – тип ҡысҡырып иғлан итте.


Минән һуң килгән Кеше – Ул, ә мин иһә Уның аяҡ кейеменең ҡайышын сисергә лә лайыҡлы түгелмен, – тип яуап бирҙе.


Уның янына күптәр килеп бер-береһенә: – Яхъя бер генә мөғжизә лә күрһәтмәне, әммә Яхъяның Уның тураһында бөтә әйткәндәре лә дөрөҫ, – тиештеләр.


Ул үҫергә, мин кесерәйергә тейеш.


Яхъя янып һәм балҡып торған яҡтыртҡыс ине, ә һеҙ уның яҡтылығына аҙ ваҡытҡа ғына ҡыуанырға теләнегеҙ.


Ул быны Үҙенә инанғандар аласаҡ Рух хаҡында әйтте. Был ваҡытта уларға Изге Рух бирелмәгәйне әле, сөнки Ғайса күккә тиклем күтәрелмәгәйне һәм Уға данлы бөйөклөк бирелмәгәйне.


Дөрөҫөн әйткәндә, мин илселәрҙең иң кесеһе. Алла берҙәмлеген эҙәрлекләгәнем өсөн илсе тип аталырға ла лайыҡ түгелмен.


Ә һеҙ, көндәлек дәғүәләрҙе хәл итергә кәрәккәндә, берҙәмлектә һүҙенең баһаһы булмағандарҙы хөкөмдар итеп ҡуяһығыҙ.


Ҡасандыр беҙ бөтөнөбөҙ ҙә, тәнебеҙ һәм уйҙарыбыҙҙың ихтыяжын үтәп, тән теләктәре буйынса йәшәнек, һәм, булмышыбыҙ арҡаһында, беҙҙе башҡалар кеүек үк Алла асыуы көтә ине.


Миңә, бөтөн иманлылар араһында иң түбәненә, ошо мәрхәмәт – Мәсихтең сикһеҙ байлығын башҡа халыҡтарға вәғәзләү,


Хәҙер беҙ был мәрхәмәтте Ҡотҡарыусыбыҙ Ғайса Мәсих килгәс күрҙек. Ул үлемде юҡ итте һәм Һөйөнөслө хәбәр аша йәшәү менән үлемһеҙлекте күрһәтте.


Был кешеләр бары тик беҙҙең менән генә камиллыҡҡа өлгәшһен өсөн, Алла беҙҙең өсөн яҡшыраҡ бер нәмә ниәтләгән.


Һеҙгә биреләсәк мәрхәмәт тураһында алдан күреп әйткән пәйғәмбәрҙәр был ҡотолоу хаҡында эҙләнгәндәр һәм ентекләп тикшергәндәр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ