6 Улар урынына аҙашҡан һарыҡ көтөүе – Израиль халҡына барығыҙ.
6 Бының урынына Исраил халҡының аҙашҡан һарыҡтарына барығыҙ.
Һаҡ булығыҙ, был түбән заттарҙың береһенә лә кәмһетеп ҡарамағыҙ. Һеҙгә әйтәм: уларҙың фәрештәләре һәр ваҡыт Күктәге Атамдың йөҙөнә ҡарай ала.
һәм, гонаһтары кисерелһен өсөн, тәүбә итеү Иерусалимдан башлап Уның исеменән барса халыҡтарға вәғәзләнергә тейеш.
Ә Павел менән Варнава ҡыйыу рәүештә: – Алла һүҙе иң элек һеҙгә иғлан ителергә тейеш ине, – тинеләр. – Әммә һеҙ уны кире ҡағаһығыҙ һәм шуның менән үҙегеҙҙе мәңгелек тормошҡа лайыҡһыҙ итеп күрһәтәһегеҙ. Шунлыҡтан беҙ башҡа халыҡтарға боролабыҙ.
Әммә йәһүдтәр уға ҡаршы сығып, яман телләшә башлағас, кейемендәге туҙанды ҡағып: – Һәләкәтегеҙгә үҙегеҙ ғәйепле булырһығыҙ. Минең намыҫым таҙа, инде башҡа халыҡтар араһына китәм, – тине.
һәм тәүҙә Дамаск һәм Иерусалим кешеләренә, унан бөтә Йәһүҙиә ерендә йәшәүселәргә һәм йәһүд булмаған башҡа халыҡтарға вәғәз һөйләнем. Мин уларҙы тәүбә итеп Аллаға табан боролорға, тәүбәгә килеүҙәрен күрһәтә торған лайыҡлы эштәр ҡылырға саҡырҙым.
Алла һеҙҙең һәр ҡайһығыҙҙы яҙыҡ эштәрегеҙҙән аралап, фатихалау өсөн Үҙенең Хеҙмәтсеһен терелтте һәм Уны иң тәүҙә һеҙгә ебәрҙе, – тине Петр.
Һеҙ аҙашып йөрөгән һарыҡтар һымаҡ инегеҙ, әммә хәҙер Көтөүсегеҙ һәм йәндәрегеҙҙе Һаҡлаусы янына әйләнеп ҡайттығыҙ.