Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 10:5 - Инжил

5 Ғайса ошо ун икене нәсихәт биреп оҙатты: – Мәжүси халыҡтарға бармағыҙ һәм Самария ҡалаларына инмәгеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

5 Ғайса ошо ун ике илсене нәсихәт биреп юлға оҙатты: – Башҡа ҡәүемдәргә бармағыҙ һәм Самария ҡалаларына инмәгеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 10:5
27 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ул, мәжлескә саҡырылған ҡунаҡтарҙы йыйырға ниәтләп, хеҙмәтселәрен ебәргән, ләкин ҡунаҡтарҙың килгеһе килмәгән.


«Эй Завулон ере, Неффалим ере, диңгеҙгә алып барыусы юлдағы һәм Иордан аръяғындағы ерҙәр! Эй һин, мәжүсиҙәр иле Галилея!


Ул ун ике шәкертен саҡырып алып, уларға шаҡшы рухтар өҫтөнән вәкәләт биреп, икешәрләп-икешәрләп кешеләр араһына сығарып ебәрҙе.


Шунан һуң Раббы Ғайса, тағы етмеш ике шәкертте һайлап алып, барырға ниәтләгән һәр ҡала һәм ауылдарға уларҙы Үҙе алдынан икешәрләп ебәргән.


Бер Самария кешеһе лә уҙып барышлай был әҙәмгә тап булған; уны күреп, йәлләгән.


Ғайсаның аяҡтарына йығылып Уға рәхмәт әйткән. Был – Самария кешеһе булған.


Ғайса ун ике шәкертен саҡырып алып, уларға бөтә ендәрҙе ҡыуып сығарырлыҡ, ауырыуҙарҙы дауаларлыҡ ҡеүәт һәм вәкәләт биреп,


Алла Батшалығы хаҡында вәғәз һөйләргә һәм ауырыу кешеләрҙе һауыҡтырырға оҙатҡан.


Һин Мине донъяға ебәргән кеүек, Мин дә уларҙы донъяға ебәрҙем.


Ғайса тағы: – Именлек һеҙгә! – тип ҡабатланы. – Атам Мине ебәргән кеүек, Мин дә һеҙҙе ебәрәм.


Ата-бабаларыбыҙ Аллаға ошо тауҙа табынған, ә һеҙ, йәһүдтәр, Уға табыныу урыны бары тик Иерусалимда ғына, тиһегеҙ.


Ул Самарияның Сихарь тигән ҡалаһына килеп етте. Был ҡала Яҡубтың үҙенең улы Йософҡа биргән биләмәнән алыҫ түгел ине.


Ҡатын: – Нисек итеп Һин, йәһүд була тороп, минән, Самария ҡатынынан, эсергә һорайһың? – тине (Был һүҙҙәрҙе ул йәһүдтәр менән самарияндарҙың үҙ-ара ҡатышмауынан сығып әйтте).


Йәһүдтәр: – Беҙ таба алмаҫлыҡ ниндәй урынға китмәксе була икән? Бәлки, Ул гректар араһында йәшәгән беҙҙең кешеләр янына барырға һәм унда гректарҙы өйрәтергә йыйыналыр?


– «Һин Самария кешеһе, һиңә ен эйәләшкән», – тип әйтеүебеҙ дөрөҫ икән, – тине йәһүдтәр.


Әммә һеҙ үҙегеҙгә Изге Рух ингәндән һуң ҡөҙрәт аласаҡһығыҙ һәм Иерусалимда, бөтә Йәһүҙиәлә, Самарияла һәм, хатта донъяның сигенә үк барып етеп, һәр ерҙә Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡылырһығыҙ.


Петр менән бергә килгән сөннәтле иман тотоусылар Изге Рухтың мәжүсиҙәргә лә бирелеүенә бик ғәжәпләнде.


Савл иһә Стефандың үлтерелеүен хупланы. Шул көндә Иерусалимдағы имандаштар берҙәмлектәрен ныҡ эҙәрлекләй башланылар һәм илселәрҙән башҡалар бөтөнөһө Йәһүҙиәнең һәм Самарияның төрлө урындарына таралдылар.


Беҙ, ҡотола алһындар өсөн, мәжүсиҙәргә аңлатырға тырышабыҙ, ә йәһүдтәр беҙгә ҡамасаулай, шуның өсөн дә улар үҙ гонаһтарының үлсәмен һәр ваҡыт ишәйтә бара һәм Алла нәфрәте улар өҫтөндә ята.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ