40 Һеҙҙе ҡабул иткән кеше Мине ҡабул итә. Ә Мине ҡабул иткән Мине Ебәреүсене ҡабул итә.
40 Һеҙҙе ҡабул иткән кеше Мине ҡабул итә. Ә Мине ҡабул иткән Мине Ебәргәнде ҡабул итә.
Һәм Минең хаҡыма ошондай бер баланы ҡабул иткән кеше Мине лә ҡабул итә.
Батша уларға яуабында: «Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Минең иң түбән туғандарымдың береһенә генә лә нимә эшләгән булһағыҙ, шуны Миңә эшләгәнһегеҙ», – тиер.
Шул саҡта Ул: «Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: нимәне бынау иң түбән заттарҙың берәйһенә генә лә ҡылманығыҙ, шуны Миңә ҡарата ла эшләмәнегеҙ», – тиер.
– Ошондай балаларҙың береһен Минең хаҡыма ҡабул иткән кеше Мине ҡабул итә. Ә Мине ҡабул иткән кеше Мине түгел, ә Мине Ебәреүсене ҡабул итә, – тине.
Һеҙҙе тыңлаған кеше Мине тыңлай, һеҙҙе кире ҡаҡҡан кеше Мине кире ҡаға; Мине кире ҡаҡҡан иһә Мине Ебәреүсене кире ҡаға.
– Был баланы Минең хаҡыма ҡабул иткән кеше Мине ҡабул итә, ә Мине ҡабул иткән кеше Мине Ебәреүсене ҡабул итә. Арағыҙҙағы иң түбәне – иң бөйөгө, – тигән.
Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Мин ебәргән кешене ҡабул итеүсе Мине лә ҡабул итә; Мине ҡабул иткән кеше иһә Мине Ебәреүсене ҡабул итә.
Ғайса тағы: – Именлек һеҙгә! – тип ҡабатланы. – Атам Мине ебәргән кеүек, Мин дә һеҙҙе ебәрәм.
Шулай итеп, беҙ – Мәсих илселәре, һәм Алла беҙҙең аша ялбарғандай, Мәсих исеменән үтенәбеҙ: Алла тәҡдим иткән татыулыҡты ҡабул итегеҙ.
Ауырыуым һеҙҙең өсөн һынау булһа ла, мине кире ҡаҡманығыҙ, вәғәздәремде һанға һуҡмай торманығыҙ, ә Алла фәрештәһен ҡабул иткәндәй, хатта Ғайса Мәсихтең Үҙен ҡабул иткәндәй ҡаршыланығыҙ.
Шулай итеп, алда әйтелгәндәрҙе ҡабул итмәүселәр кешене түгел, ә һеҙгә Изге Рухын ебәреүсе Алланы кире ҡаға.
Кем Мәсих тәғлимәтен тотмай һәм уның сигенән уҙа, унда Алла юҡ. Мәсих тәғлимәтенә тоғро кеше иһә Ата менән дә, Уның Улы менән дә берҙәм йәшәй.