38 Үҙенең арҡысағын күтәреп, Миңә эйәреп бармаған кеше Миңә лайыҡ түгел.
Шунан Ул шәкерттәренә былай тине: – Кем Минең артымдан барырға теләй, шул үҙ-үҙенән ваз кисһен һәм, арҡысағын алып, Миңә эйәрһен.
Юлда улар Симон исемле Киринея кешеһен осраттылар һәм уны Ғайсаның арҡысағын күтәреп барырға мәжбүр иттеләр.
Ғайса уға ҡарап алды. Был кеше Уның күңеленә хуш килде. – Һиңә бер генә нәмә етмәй. Бар, булған мөлкәтеңде һат та, фәҡирҙәргә өләш. Шулай эшләһәң, күктәге хазинаға эйә булырһың. Унан һуң кил дә Миңә эйәр, – тине Ул уға.
Ғайса шәкерттәре менән бергә халыҡты саҡырып былай тине: – Кем Минең артымдан барырға теләй, шул үҙ-үҙенән ваз кисһен һәм, үҙенең арҡысағын алып, Миңә эйәрһен.
Үҙенең арҡысағын күтәреп, артымдан эйәреп бармаған кеше шәкертем була алмай.
Ғайса, Үҙенең арҡысағын күтәреп, ҡаланың «Баш һөйәге урыны», йәғни йәһүдсә «Голгофа» тип аталған урынға килде.