31 Шуға күрә ҡурҡмағыҙ: һеҙ күп турғайҙарға ҡарағанда ҡәҙерлерәк.
31 Шуға күрә ҡурҡмағыҙ: һеҙ бик күп турғайҙарға ҡарағанда ҡәҙерлерәкһегеҙ.
Ҡоштарға ҡарағыҙ: улар сәсмәй ҙә, урмай ҙа, бураларға ашлыҡ та һалмай, шулай ҙа уларҙы Күктәге Атағыҙ туйындыра. Һеҙ ҡоштарҙан ҡәҙерлерәк түгелме ни?
Ҡарғаларға ҡарағыҙ: улар сәсмәй ҙә, урмай ҙа; уларҙың келәттәре лә, буралары ла юҡ. Шулай ҙа Алла уларҙы туйындыра. Ә һеҙ ҡоштарға ҡарағанда әллә күпмегә ҡәҙерлерәк бит.