3 Филипп һәм Варфоломей, Фома һәм һалым йыйыусы Матфей, Алфей улы Яҡуб, Фаддей,
3 Филиппус һәм Барҫоломай, Томас һәм һалым йыйыусы Маҫҫайос, Алфай улы Яҡуп, Таддай,
Уларҙы ла тыңламаһа, имандаштар берҙәмлегенә һөйлә, ә инде берҙәмлек ағзаларын да тыңламаһа, ул саҡта уның менән мөғәмәләң мәжүси йәки һалым йыйыусы менән нисек, шулай булһын.
Араларында Магдала ҡалаһынан Мәрйәм, Яҡуб менән Йософтоң әсәһе Мәрйәм һәм Зеведей улдарының әсәһе бар ине.
Унан китеп барғанда Ғайса һалым йыйыу урынында ултырған Матфей исемле кешене күрҙе. – Миңә эйәр, – тине Ул. Матфей, тороп, Уның артынан китте.
Был хәлдәргә йыраҡтан ғына ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ҡарап торҙо. Улар араһында Магдала ҡалаһынан Мәрйәм, шулай уҡ кесе Яҡуб менән Иосияның әсәһе Мәрйәм һәм Саломия ла бар ине.
Үтеп барышлай Ул, һалым йыйыу урынында ултырған Алфей улы Левийҙы күреп: – Миңә эйәр! – тине. Левий, тороп, Уның артынан китте.
Андрей, Филипп, Варфоломей, Матфей, Фома, Алфей улы Яҡуб, Фаддей, Көрәшеүсе Симон
– Ике кеше доға ҡылыр өсөн Алла Йортона ингән: береһе – фарисей, икенсеһе – һалым йыйыусы.
Фарисей, тороп, былай тип доға ҡылған: «Аллам! Мин һиңә башҡалар кеүек – талаусы ла, алдаҡсы ла, зина ҡылыусы ла, йәки бына ошо һалым йыйыусы кеүек булмағаным өсөн рәхмәт белдерәм.
Һалым йыйыусы иһә ситтәрәк баҫып торған һәм күккә ҡарарға ла ҡыймаған, ә сәсен йолҡҡослап: «Аллам, миңә, гонаһлыға, мәрхәмәтле булсы!» – тип үтенгән.
Бында һалым йыйыусыларҙың башлығы Закхей исемле бай кеше йәшәгән.
Ошонан һуң Ғайса был урындан киткән, һалым йыйыу урынында ултырған Левий исемле һалым йыйыусыны күреп, уға: – Миңә эйәр, – тигән.
– Һин мине ҡайҙан беләһең? – Мин һине үҙеңде Филипп саҡырғанға тиклем үк инжир ағасы төбөндә күргәйнем, – тип яуап бирҙе Ғайса.
Игеҙәк ҡушаматлы Фома шәкерттәргә: – Әйҙәгеҙ, барайыҡ та, Уның менән бергә үләйек, – тине.
Йәһүҙә (Искариот түгел) Унан: – Хужам! Ни өсөн Һин Үҙеңде донъяға түгел, ә беҙгә күрһәтергә теләйһең? – тип һораны.
– Хужам! Һинең ҡайҙа китеүең беҙгә билдәһеҙ, шулай булғас, унда барыр юлды ҡайҙан беләйек? – тине Фома.
– Филипп, ни тиклем ваҡыт һеҙҙең менән бергәмен, ә һин Мине белмәйһеңдәме ни? – тине Ғайса. – Мине күргән кеше Атаны ла күргән була. Нисек инде һин: «Беҙгә Атаны күрһәт», – тиһең?
Симон Петр, Игеҙәк ҡушаматлы Фома, Галилеяның Кана ҡалаһынан Нафанаил, Зеведейҙың улдары һәм йәнә ике шәкерт бергә йыйылғайны.
Ҡайтып еткәс, улар үҙҙәре туҡталған өҫкө ҡаттағы бүлмәгә инде. Унда Петр, Яхъя, Яҡуб, Андрей, Филипп, Фома, Варфоломей, Матфей, Алфей улы Яҡуб, көрәшеүсе Симон һәм Яҡуб улы Йәһүҙә бар ине.
Ул тауышланмаҫҡа ҡушып ҡулы менән ишара яһаны һәм Раббының нисек итеп уны төрмәнән сығарыуы тураһында һөйләп бирҙе. – Был хаҡта Яҡубҡа ла, бөтә имандаштарға ла әйтегеҙ, – тине ул. Шунан һуң Петр башҡа урынға китте.
Улар һөйләп бөткәс, Яҡуб һүҙ алды: – Имандаштар, мине тыңлағыҙ!
Икенсе көндө Павел Яҡуб янына килде. Беҙ ҙә уға эйәреп барҙыҡ. Унда барлыҡ берҙәмлек өлкәндәре йыйылғайны.
Әммә Раббының бер туған ҡустыһы Яҡубтан башҡа бер илсене лә күрмәнем.
Хеҙмәт итеү миңә Алла мәрхәмәте буйынса бирелгәнен аңлағас, имандаштар берҙәмлегенең терәге булған Яҡуб, Кифа һәм Яхъя, уртаҡ хеҙмәттәшлек билдәһе итеп, Варнава менән минең ҡулды ҡыҫты. Беҙ – мәжүсиҙәргә, ә улар сөннәтлеләргә барырға килештек.
Донъя буйлап таралған ун ике ҡәбиләгә Алланың һәм Раббы Ғайса Мәсихтең хеҙмәтсеһе Яҡубтан сәләм!
Ғайса Мәсихтең хеҙмәтсеһе, Яҡубтың ҡустыһы Йәһүҙәнән Атабыҙ Алла тарафынан саҡырылғандарға һәм ҡәҙерле булғандарға, Ғайса Мәсих өсөн һаҡланғандарға: