Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 10:23 - Инжил

23 Бер ҡалала эҙәрлекләһәләр, башҡаһына ҡасығыҙ. Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: һеҙ Израилдең бөтә ҡалаларын әйләнеп сығып та өлгөрмәҫһегеҙ, Әҙәм Улы килер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

23 Бер ҡалала эҙәрләһәләр, башҡаһына ҡасығыҙ. Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: һеҙ Исраилдың бөтә ҡалаларын әйләнеп сығып та өлгөрмәҫһегеҙ, Әҙәм Улы килер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 10:23
29 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Әҙәм Улы Үҙенең фәрештәләре менән Атаһының балҡып торған шөһрәтендә килер һәм һәр кемгә ғәмәленә ҡарап әжерен бирер.


Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: бында баҫып тороусыларҙың ҡайһы берҙәре, Әҙәм Улының Батша булып килеүен күргәнгә тиклем, үлем татымаясаҡ.


Улар китеү менән, Йософтоң төшөнә Раббы фәрештәһе инде. – Тор, Бала менән Уның әсәһен ал да, Мысырға ҡас. Мин һиңә хәбәр биргәнгә тиклем шунда ҡал, сөнки Ирод, Баланы эҙләп табып, үлтерергә ниәтләй, – тине ул.


Шуға күрә, Мин һеҙгә пәйғәмбәрҙәрҙе, аҡыл эйәләрен һәм ысын ҡанун белгестәрен ебәрәм. Һеҙ уларҙың берәүҙәрен үлтерерһегеҙ, арҡысаҡҡа ҡаҙаҡларһығыҙ, бүтәндәрен ғибәҙәтханаларҙа ҡамсылатып, ҡаланан ҡалаға ҡыуып йөрөтөрһөгөҙ.


Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: быларҙың һәммәһе ошо быуын кешеләренә төшәсәк!


Әҙәм Улының килеүе күктә көнсығыштан көнбайышҡа тиклем йәшен ялтлап киткән кеүек булыр.


Шул мәлдә күктә Әҙәм Улының билдәһе күренер һәм, Уның болоттар өҫтөндә ҡөҙрәт һәм бөйөк балҡыш менән килгәнен күреп, ерҙең бөтә халыҡтары ҡайғырып илашыр.


Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: барыһы ла ғәмәлгә ашҡанға тиклем, был быуын алмашынып өлгөрмәйәсәк.


Ләкин ул хеҙмәтсе яман кеше булһа һәм: «Хужам тиҙ генә ҡайтмаҫ әле», – тип уйлап,


Шуға күрә уяу булығыҙ: һеҙ бит көнөн дә, сәғәтен дә белмәйһегеҙ.


Ғайса уға: – Быны һин үҙең әйттең, – тип яуап бирҙе. – Ә Мин һеҙгә шуны әйтәм: ошо мәлдән башлап Әҙәм Улының Ҡөҙрәт Эйәһенең уң яғында ултырғанын һәм болоттар өҫтөндә килгәнен күрерһегеҙ!


Яхъяның ҡулға алыныуы тураһында ишеткәс, Ғайса Галилеяға китте.


Шул мәлдә Әҙәм Улының болоттарҙа бөйөк ҡөҙрәт һәм балҡыш менән килгәнен күрерҙәр.


Һеҙгә әйтәм: Ул оҙаҡҡа һуҙмаҫ, яҡлар. Әммә Әҙәм Улы килгәс, ерҙә иман табырмы икән?


Шул мәлдә ҡөҙрәт һәм бөйөк балҡыш менән болотта килеүсе Әҙәм Улын күрерҙәр.


Бынан һуң Ғайса Галилея буйлап йөрөнө. Йәһүд башлыҡтары Уны үлтерергә ниәтләгәнлектән, Йәһүҙиәгә бармаҫҡа булды.


Шул төндә үк имандаштары Павел менән Силаны Верия ҡалаһына оҙатты. Верияға барып еткәс, Павел менән Сила йәһүдтәр ғибәҙәтханаһына китте.


Тиҙ арала имандаштары Павелды диңгеҙ буйына ебәрҙе, ә Сила менән Тимофей Верияла ҡалды.


Боларыш туҡталғандан һуң Павел шәкерттәрҙе үҙ янына саҡырып алды, уларҙың күңелдәрен күтәрҙе һәм, һаубуллашып, Македония өлкәһенә китте.


Савл иһә Стефандың үлтерелеүен хупланы. Шул көндә Иерусалимдағы имандаштар берҙәмлектәрен ныҡ эҙәрлекләй башланылар һәм илселәрҙән башҡалар бөтөнөһө Йәһүҙиәнең һәм Самарияның төрлө урындарына таралдылар.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ