22 Минең арҡала барыһы ла һеҙҙе күрә алмаҫ. Ләкин аҙаҡҡа тиклем сыҙаған кеше ҡотолор.
22 Минең арҡала бөтәһе лә һеҙгә нәфрәт менән ҡарар. Ләкин аҙаҡҡа тиклем сыҙаған кеше ҡотоласаҡ.
Йәнен үҙе өсөн һаҡлап ҡалырға тырышыусы уны юғалтыр; ә Минең хаҡҡа йәнен юғалтҡан уны табыр.
Ләкин ахырғаса сыҙаған кеше ҡотоласаҡ.
Ул ваҡытта һеҙҙе ғазапҡа һалырҙар, үлтерерҙәр, бөтә халыҡтар ҙа һеҙҙе Минең арҡала күрә алмаҫ.
Минең арҡала кешеләр һеҙҙе хурлағанда, эҙәрләгәндә һәм һеҙгә ҡаршы төрлө ялған һүҙ һөйләгәндә, һеҙ бәхетле.
Минең арҡала бөтәһе лә һеҙҙе күрә алмаҫ. Ләкин аҙаҡҡа тиклем сыҙаған кеше ҡотолор.
Бөтәһе лә һеҙҙе Минең арҡала күрә алмаҫ.
Сыҙамлығығыҙ менән ғүмерегеҙҙе һаҡлап ҡалырһығыҙ.
Әҙәм Улы өсөн кешеләр һеҙгә нәфрәтләнгәндә лә, һеҙҙе ҡыуып ебәргәндә, хурлағанда, исемегеҙгә ҡара яҡҡанда ла һеҙ бәхетле.
Ә уңдырышлы ергә төшкән орлоҡ иһә шуны аңлата: кешеләр һүҙҙе ишетеп, уны ихлас һәм саф күңел менән һаҡлай. Ундайҙар түҙемлек күрһәтеп уңыш килтерә.
Мин уларға Һинең һүҙеңде еткерҙем һәм донъя уларға нәфрәтләнде, сөнки Мин донъяныҡы булмаған кеүек, улар ҙа донъяныҡы түгел.
Донъя һеҙгә нәфрәт менән ҡарамай, ә Мине күрә алмай, сөнки Мин уның эштәренең яуыз булғанын күрһәтеп торам.
Уға Минең хаҡҡа күпме ғазап сигергә тейешлеген күрһәтермен, – тине.
сабырлыҡ менән изге эш башҡарып данға, хөрмәткә һәм үлемһеҙлеккә ынтылыусыларға мәңгелек тормош бирәсәк,
Эйе, фани тәнебеҙҙә Уның тормошо ла күренһен өсөн беҙ, тереләр, Ғайса хаҡына бер туҡтауһыҙ үлемгә дусар ителәбеҙ.
Изгелек ҡылыуҙан арымайыҡ, әгәр туҡталмаһаҡ, шул саҡ уңышты ваҡытында урып алырбыҙ.
Сөнки беҙ – Мәсихтең хеҙмәттәштәре, тик беҙгә баштағы ышанысыбыҙҙа аҙаҡҡаса ныҡ торорға кәрәк.
Һәр берегеҙҙең аҙаҡҡа тиклем, өмөтөгөҙ тулыһынса тормошҡа ашҡанға тиклем шундай уҡ тырышлыҡ күрһәтеүен теләйбеҙ.
Һынау аша уҙған кеше бәхетле, сөнки ул, һыналғандан һуң, Алла Үҙен яратҡандарға вәғәҙә иткән тормош тажын аласаҡ.
Имандаштарым, шуның өсөн, донъя һеҙгә нәфрәтләнә икән, быға ғәжәпләнмәгеҙ.
Алда үҙең кисерәсәк бер нәмәнән дә ҡурҡма. Һеҙҙе һынар өсөн арағыҙҙан ҡайһы берҙәрегеҙҙе Иблис төрмәгә ырғытасаҡ һәм ун көн буйы һеҙ хәсрәт күрәсәкһегеҙ. Үлгәнгә тиклем тоғро бул һәм һиңә тормош тажы бирермен.
Рухтың берҙәмлектәргә әйткән һүҙҙәрен ҡолаҡтары барҙар ишетһен. Еңеүсегә серле манна һәм аҡ таш бирәсәкмен. Ул ташта иһә уны алыусынан башҡа һис кем белмәгән яңы исем яҙылған булыр».
Еңеүсегә һәм Минең эштәремде аҙағына тиклем үтәүсегә, Үҙем Атамдан хакимлыҡ алған кеүек, халыҡтар өҫтөнән хакимлыҡ бирермен. Был кеше халыҡтар өҫтөнән тимер таяҡ менән хакимлыҡ итер – уларҙы балсыҡ һауыт ватҡан һымаҡ ватыр. Ул кешегә Мин таң йондоҙо бирермен.
Һинең сыҙам икәнлегеңде беләм, Минең исемем хаҡына күпте кисерһәң дә, аяҡтан йығылманың.
Рухтың берҙәмлектәргә әйткән һүҙҙәрен ҡолаҡтары барҙар ишетһен. Еңеүсегә Мин Алла ожмахында булған тереклек ағасынан ауыҙ итергә мөмкинлек бирәсәкмен».
Мин дә еңдем һәм Атам менән бергә Уның тәхетенә ултырҙым, шуның кеүек, еңгән кешегә Үҙем янынан тәхеттән урын бирермен.