Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 10:17 - Инжил

17 Кешеләрҙән һаҡланығыҙ. Улар һеҙҙе хөкөмгә тапшырыр һәм ғибәҙәтханаларҙа ҡамсылар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

17 Кешеләрҙән һаҡланығыҙ. Улар һеҙҙе хөкөмгә тапшырыр һәм ғибәҙәтханаларҙа ҡамсылар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 10:17
26 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Минең арҡала үҙегеҙҙе идарасылар, батшалар алдына алып барырҙар. Был уларға һәм мәжүсиҙәргә Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡылыуығыҙ өсөн эшләнер.


мыҫҡыллатыу, ҡамсылатыу һәм арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлатыу өсөн, мәжүсиҙәр ҡулына тапшырасаҡ. Ләкин өсөнсө көндә Ул терелтеп торғоҙоласаҡ.


Шуға күрә, Мин һеҙгә пәйғәмбәрҙәрҙе, аҡыл эйәләрен һәм ысын ҡанун белгестәрен ебәрәм. Һеҙ уларҙың берәүҙәрен үлтерерһегеҙ, арҡысаҡҡа ҡаҙаҡларһығыҙ, бүтәндәрен ғибәҙәтханаларҙа ҡамсылатып, ҡаланан ҡалаға ҡыуып йөрөтөрһөгөҙ.


Баш руханиҙар һәм бөтә Юғары кәңәшмә, Ғайсаны үлемгә хөкөм итер өсөн, Уға ҡаршы ялған шаһитлыҡ эҙләне.


Ә мин һеҙгә әйтәм: туғанына асыу тотоусы хөкөм ителеүгә лайыҡ. Туғанына: «Мәғәнәһеҙ», – тип әйтеүсе иһә Юғары кәңәшмә алдында яуапҡа тарттырылыуға, ә инде «Ахмаҡ», – тиеүсе йәһәннәм утына лайыҡ.


Туған туғанын, ата балаһын үлемгә тапшырыр. Балалар, ата-әсәләренә ҡаршы сығып, уларға үлем килтерер.


Һеҙ иһә һаҡ булығыҙ: һеҙҙе хөкөмгә тапшырырҙар һәм ғибәҙәтханаларҙа туҡмарҙар. Шаһитлыҡ ҡылыу өсөн, Минең арҡала һеҙҙе идарасылар, батшалар алдына баҫтырырҙар.


Ғибәҙәтханаларға, башлыҡтар йәки хакимиәт кешеләре алдына килтергән ваҡытта, үҙебеҙҙе нисек яҡларға, нимә тип яуап бирергә тип борсолмағыҙ.


Шунда баш руханиҙар һәм фарисейҙар кәңәшмәгә йыйылды. Улар: – Беҙгә нимә эшләргә? – тиештеләр. – Был кеше күп мөғжизәләр күрһәтә.


Һеҙҙе ғибәҙәтханаларҙан айырырҙар. Хатта шундай ваҡыт килер: һеҙҙе үлтергән һәр кем, Аллаға шуның менән хеҙмәт итәм, тип уйлар.


Тиҙ арала имандаштары Павелды диңгеҙ буйына ебәрҙе, ә Сила менән Тимофей Верияла ҡалды.


«Раббым! – тинем мин. – Ғибәҙәтхананан-ғибәҙәтханаға йөрөп, Һиңә инанған кешеләрҙе төрмәгә ултыртыуым һәм туҡмауым хаҡында улар белә.


Ғибәҙәтхананан-ғибәҙәтханаға йөрөп, күп тапҡырҙар уларҙы язаланым һәм Ғайсаға булған имандарынан баш тарттырырға тырыштым. Асыуым бик көслө булғанлыҡтан, ундайҙарҙы хатта сит ҡалаларҙа ла эҙәрлекләнем.


шул юлдан барыусы ир-атты ла, ҡатын-ҡыҙҙы ла ҡулға алыу һәм Иерусалимға алып килеү вәкәләтен бирә торған хат һорап алды. Хат Дамаск ғибәҙәтханалары өсөн ине.


Эт кеүектәрҙән һаҡланығыҙ! Яуызлыҡ ҡылыусыларҙан һаҡланығыҙ! Дөрөҫ булмаған сөннәтләүҙе талап итеүселәрҙән һаҡланығыҙ!


Һин үҙең дә унан һаҡлан, сөнки ул беҙ һөйләгәндәргә ҡырҡа ҡаршы килгәйне.


Ҡайһы берҙәре мыҫҡыл ителә, ҡамсы менән һуғыла, ҡайһы берҙәренә хатта бығау һалынып, төрмәләргә ябыла.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ