Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 10:16 - Инжил

16 Бына Мин һеҙҙе һарыҡтарҙы бүреләр араһына ебәргән кеүек ебәрәм. Шуға күрә, йылан һымаҡ аҡыллы һәм күгәрсендәй эскерһеҙ булығыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

16 Бына Мин һеҙҙе бүреләр араһына һарыҡтар кеүек ебәрәм. Шуға күрә, йылан һымаҡ зирәк һәм күгәрсендәй эскерһеҙ булығыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 10:16
25 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Бына ошолар хаҡында Мин һеҙгә алдан әйттем.


Ә ышаныслы һәм аҡыллы хеҙмәтсе ниндәй була? Әйтәйек, ризыҡты үҙ ваҡытында өләшеү өсөн, хужа хеҙмәтселәренең береһен башҡалары өҫтөнән ҡуя.


Уларҙың бишеһе – алйот, бишеһе иһә аҡыллы булған.


Аҡыллылары иһә яҡтыртҡыстар менән бергә һауыттарҙа май ҙа алған.


Ә аҡыллылары: «Юҡ, беҙҙең май бөтәбеҙгә лә етмәҫ. Иң яҡшыһы, һатыусыларға барығыҙ ҙа үҙегеҙгә май һатып алығыҙ», – тип яуап биргән.


Барығыҙ! Мин һеҙҙе бүреләр араһына бәрәстәр ебәргән кеүек ебәрәм.


Мин Үҙем һеҙгә тейешле һүҙҙәр һәм зирәклек бирермен, дошмандарығыҙ уларға ҡаршы бер ни әйтә лә, ҡаршы тора ла алмаҫ.


Мин киткәндән һуң арағыҙға көтөүгә ҡарата рәхимһеҙ, аяуһыҙ бүреләрҙең киләсәген беләм.


Имандаштар, уйҙарығыҙ балаларҙыҡы кеүек булмаһын, яманлыҡҡа ҡарата сабыйҙарса саф күңелле, ә фекер йөрөтөү рәүешегеҙ менән ололар һымаҡ булығыҙ.


Беҙ шуның менән ғорурланабыҙ һәм быға выжданыбыҙ ҙа шаһит: беҙ был донъяла, бигерәк тә һеҙҙең арала, Алла теләгәнсә, ихлас һәм намыҫ менән эш иттек. Беҙҙе был донъя зирәклеге түгел, ә Алла мәрхәмәте оҙатып йөрөнө.


Был аптырарлыҡ та түгел, сөнки Иблис үҙе яҡтылыҡ фәрештәһе ҡиәфәтенә инә.


Әммә хәүефем бар: йылан Һауаны үҙенең хәйләһе менән алдаған кеүек, һеҙҙең уй-фекерҙәрегеҙ ҙә, Мәсихкә ҡарата ихласлыҡтан һәм сафлыҡтан нисектер тайпылып, боҙолоп ҡуймаһын ине.


Хеҙмәтебеҙҙә шундай йомарт бүләктәр менән эш иткәнгә күрә, бер кем дә һүҙ әйтә алмаһын өсөн, һаҡ булырға тырышабыҙ.


Шул саҡта ғына аҙғын һәм боҙоҡ кешеләр араһында ғәйепһеҙ, Алланың саф һәм кәмселекһеҙ балалары булып, донъяла яҡтыртҡыс кеүек балҡырһығыҙ.


Шуға күрә ошо хәбәрҙе ишеткән көндән башлап беҙ ҙә, Изге Рух тарафынан бирелгән зирәклек һәм бар аң менән Алла ихтыярын тулыһынса танып белеүегеҙҙе теләп, һеҙҙең хаҡҡа үтенеүҙән һәм доға ҡылыуҙан туҡтамайбыҙ.


Ят кешеләр менән, ваҡытты дөрөҫ файҙаланып, аҡыллы рәүештә мөғәмәлә итегеҙ.


Һеҙҙең – иман тотоусылар алдында, үҙебеҙҙе ни тиклем намыҫсан, ғәҙел һәм эскерһеҙ тотоуыбыҙға һеҙ ҙә, Алла Үҙе лә шаһит.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ