12 Өйгә ингәндә, унда йәшәүселәргә именлек теләгеҙ.
Ниндәй ҡалаға йәки ауылға барһағыҙ ҙа, унда һеҙҙе ҡабул итергә лайыҡлы кешене табығыҙ. Үҙегеҙ киткәнгә тиклем шуның өйөндә ҡалығыҙ.
Әгәр өйҙәгеләр быға лайыҡлы икән, һеҙ теләгән именлек улар менән булһын, лайыҡһыҙ икән, именлегегеҙ үҙегеҙгә кире әйләнеп ҡайтһын.
Алла, Ғайса Мәсих килтергән тыныслыҡ хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе һөйләп, Израиль халҡына Үҙенең һүҙен ебәрҙе. Ғайса – һәммәбеҙҙең Хужаһы.
Шулай итеп, беҙ – Мәсих илселәре, һәм Алла беҙҙең аша ялбарғандай, Мәсих исеменән үтенәбеҙ: Алла тәҡдим иткән татыулыҡты ҡабул итегеҙ.
Тиҙҙән һинең менән күрешергә өмөтләнәм, шунда күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшербеҙ.