Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 1:21 - Инжил

21 Мәрйәм Ир Бала табыр һәм һин Уға Ғайса тип исем ҡушырһың, сөнки Ул Үҙенең халҡын гонаһтарҙан ҡотҡарасаҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

21 Мәрйәм Ир Бала табыр һәм һин Уға Ғайса тип исем ҡушырһың, сөнки Ул Үҙенең халҡын гонаһтарҙан ҡотҡарасаҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 1:21
36 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Әммә, Мәрйәм Улын тыуҙырғансы, Йософ уның менән яҡынлыҡ ҡылмай. Балаға ул Ғайса тип исем ҡуша.


Фәрештә уға былай тигән: – Ҡурҡма, Зәкәриә! Һинең доғаң ишетелде, ҡатының Елизавета һиңә ир бала табыр, уға Яхъя тип исем ҡуш.


Ауырға ҡалырһың һәм Ул табырһың. Уға Ғайса тип исем ҡуш.


Бөгөн Дауыттың ҡалаһында һеҙҙең өсөн Ҡотҡарыусы тыуҙы, Ул – Мәсих, Раббы.


Һигеҙ көн үтеп, Баланы сөннәткә ултыртыу ваҡыты еткәс, уға Ғайса тип исем ҡушҡандар. Мәрйәм балаға уҙғанға тиклем үк фәрештә Уға ошо исемде биргән булған.


Икенсе көндө Яхъя, үҙенә табан килгән Ғайсаны күреп: – Бына донъяның гонаһын Үҙ өҫтөнә аласаҡ Алла Бәрәсе! – тине.


Ҡатынға иһә: «Беҙ инде һинең һөйләүең буйынса ғына түгел, ә әйткән һүҙҙәрен үҙебеҙ ишетеп, Уның ысынлап та донъяны Ҡотҡарыусы икәнен белгәнгә күрә ышанабыҙ», – тинеләр.


Үҙенең вәғәҙәһе буйынса, Алла Дауыт нәҫеленән Израилгә Ҡотҡарыусы Ғайсаны бирҙе.


Алла һеҙҙең һәр ҡайһығыҙҙы яҙыҡ эштәрегеҙҙән аралап, фатихалау өсөн Үҙенең Хеҙмәтсеһен терелтте һәм Уны иң тәүҙә һеҙгә ебәрҙе, – тине Петр.


Башҡа бер кемдән дә ҡотолоу килмәҫ. Ер йөҙөндә кешеләргә бирелгән исемдәр араһында беҙҙе ҡотҡара алырҙай бүтән исем юҡ, – тине Петр.


Израилгә тәүбә итеү һәм гонаһтары кисерелеү мөмкинлеген бирһен өсөн, Алла Уны Хаким һәм Ҡотҡарыусы итеп Үҙенең уң яғына күтәрҙе.


Мәсих, беҙҙе һәр төрлө гонаһтан йолоп алайым һәм яҡшылыҡ ҡылырға ашҡынып торһон өсөн халҡын таҙарындырайым тип, Үҙен беҙҙең хаҡҡа ҡорбан итте.


Шуға күрә, Ул Үҙе аша Аллаға килеүселәрҙе тулыһынса ҡотҡара ала, сөнки улар тураһында ялбарыу өсөн мәңге йәшәй.


Әгәр инде Алла яҡтылыҡта булған кеүек, беҙ ҙә яҡтылыҡта йәшәһәк, тимәк, бер-беребеҙ менән аралашып йәшәйбеҙ һәм Уның Улы Ғайсаның ҡаны беҙҙе һәр төрлө гонаһтарыбыҙҙан таҙарындыра.


Мәсихтең кеше гонаһтарын алып китер өсөн килеүен һеҙ беләһегеҙ. Ә Уның Үҙендә гонаһ юҡ.


Мин уға: – Һин беләһең, әфәндем, – тинем. Ул миңә былай тине: – Улар оло ҡайғы-хәсрәт кисереп килгәндәр. Кейемдәрен Бәрәстең ҡаны менән йыуып ағартҡандар.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ