3 Ҡәберҙәр эсендә йәшәгән был кешене хатта сылбырҙар менән дә бәйләп тота алмағандар.
3 Был кеше ҡәберҙәр эсендә йәшәй һәм уны һис кем хатта сынйырҙар менән дә бәйләп тота алмай ине.
Сөнки Ғайса шаҡшы рухҡа ул кешенең эсенән сығырға бойорған икән. Шаҡшы рух был кешене күптән яфалаған. Сылбырҙар һәм бығауҙар менән бәйләп тотҡанда ла ул бығауҙарҙы өҙгән, эйәләшкән ене уны сүлдәргә ҡыуып алып китә торған булған.
Ғайса кәмәнән төшөү менән, шаҡшы рух эйәләшкән бер кеше ҡәбер мәмерйәләренән сығып, Уға ҡаршы килде.
Уны әллә нисә тапҡыр тотоп, аяҡ-ҡулына бығау, сылбыр һалғандар, ә ул сылбырҙарҙы өҙгән, бығауҙарҙы ватҡан. Бер кемдең дә уны тыйырға хәленән килмәгән.