56 Улар икенсе ауылға юл тотҡан.
56 Улар икенсе ауылға юл тотто.
Һаҡ булығыҙ, был түбән заттарҙың береһенә лә кәмһетеп ҡарамағыҙ. Һеҙгә әйтәм: уларҙың фәрештәләре һәр ваҡыт Күктәге Атамдың йөҙөнә ҡарай ала.
Әҙәм Улы ла бит Үҙенә хеҙмәт иттерер өсөн килмәне. Үҙе хеҙмәт итергә һәм, күптәрҙе йолоп алыр өсөн, Үҙ ғүмерен йолом итеп бирергә тип килде, – тине.
Ә Мин һеҙгә әйтәм: үҙеңә яуызлыҡ ҡылыусыға ҡаршы торма. Уң яңағыңа һуҡҡан кешегә һул яңағыңды ла ҡуй.
Әҙәм Улы юғалғанды эҙләп табырға һәм ҡотҡарырға килде.
– Туҡтағыҙ, етте! – тигән дә Ғайса, хеҙмәтсенең яраһына ҡулы менән ҡағылып, уны һауыҡтырған.
[Ғайса: – Атам! Кисер уларҙы! Улар ни эшләгәндәрен үҙҙәре лә аңламай бит! – тигән.] Ғәскәриҙәр йәрәбә һалып, үҙ-ара Уның кейемдәрен бүлешкән.
Ләкин Ғайса, әйләнеп, уларҙы тыйған.
Юлда барғанда кемдер берәү Ғайсаға: – Ҡайҙа ғына йөрөһәң дә, мин Һинең артыңдан барырмын, – тип өндәшкән.
Ҡараҡ ул урлау, үлтереү һәм һәләк итеү өсөн генә килә. Мин иһә уларға тормош, тулы мәғәнәһендә тормош бирергә килдем.
Кемдер Минең һүҙҙәремде ишетеп тә, үтәмәй икән, уны хөкөм итмәйем, сөнки Мин донъяға хөкөм итергә түгел, ә донъяны ҡотҡарырға килдем.
Алла Үҙенең Улын донъяны хөкөм итергә тип түгел, ә донъя Уның аша ҡотолһон өсөн донъяға ебәрҙе.
Яманлыҡтан еңелмә, ә яманлыҡты яҡшылыҡ менән ең.
Ғайса Мәсих донъяға гонаһлыларҙы ҡотҡарырға килде, тигән һүҙҙәр хаҡ һәм тулы ышанысҡа лайыҡ, ундай гонаһлылар араһында мин иң гонаһлыһымын.