55 Ләкин Ғайса, әйләнеп, уларҙы тыйған.
55 Ләкин Ғайса әйләнеп ҡараны ла уларҙы тыйҙы.
Әммә Ғайса Петрға боролоп: – Кит янымдан, Иблис! Һин Мине дөрөҫ юлдан яҙҙырырға маташаһың, һиндә Алла уйҙары түгел, ә кешенеке, – тине.
Петр иһә ҡаршы төштө: – Бөтәһе лә Һинән ситләшһә лә, мин бер ҡасан да ситләшмәм!
– Уяу булығыҙ, ҡотортолоуға дусар булмаҫ өсөн, доға ҡылығыҙ. Рух ҡеүәтле, ә тән көсһөҙ!
Ғайса менән булғандарҙың береһе ҡынынан ҡылысын һурып сығарҙы ла, иң баш руханиҙың хеҙмәтсеһенә һелтәнеп, уның ҡолағын сабып өҙҙө.
Был хәлде күреп, шәкерттәре Яҡуб менән Яхъя: – Хужабыҙ! Күктән ут төшөп, уларҙы юҡҡа сығарһын, тип бойороуыбыҙҙы теләйһеңме? – тигәндәр.
Улар икенсе ауылға юл тотҡан.
гонаһ – Миңә ышанмауҙарында;
Бер үк ауыҙҙан данлау ҙа, ҡарғыш та сыға. Имандаштарым, улай булырға тейеш тугел.
Яманлыҡҡа яманлыҡ менән йәки мыҫҡыллауға мыҫҡыллау менән яуап ҡайтармағыҙ. Киреһенсә, фатиха бирегеҙ, сөнки һеҙ шуның өсөн, фатиха ҡабул итһен өсөн саҡырылғанһығыҙ. Изге Яҙмала әйтелгән:
Мин Үҙем яратҡан һәр кемгә үпкә белдерәм һәм тәртипкә өйрәтәм. Шуға күрә сәмсел бул һәм тәүбә ит.