Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Лукас 9:22 - Инжил

22 – Әҙәм Улы күп ғазаптар кисерергә, аҡһаҡалдар, баш руханиҙар һәм ҡанун белгестәре тарафынан кире ҡағылырға һәм үлтерелергә тейеш, әммә өсөнсө көндә Ул терелеп торасаҡ, – тигән Ғайса.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

22 – Әҙәм Улы күп ғазаптар кисерәсәк, аҡһаҡалдар, баш ҡаһиндар һәм ҡанун белгестәре тарафынан кире ҡағыласаҡ һәм үлтереләсәк, әммә өсөнсө көндә Ул терелеп торасаҡ, – тине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Лукас 9:22
24 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Әммә һеҙгә әйтәм: Ильяс килде инде, ләкин уны таныманылар һәм уның менән ни теләһәләр, шуны ҡылдылар. Шулай уҡ Әҙәм Улына ла улар арҡаһында ғазап сигергә тура киләсәк.


Галилеяла бергә йыйылғас, Ғайса уларға: – Әҙәм Улы кешеләр ҡулына тотоп биреләсәк.


– Әфәндем, теге ялғансының иҫән сағында: «Мин өс көндән һуң терелеп торасаҡмын», – тип әйтеүен хәтерләйбеҙ, – тинеләр.


Ғайса шәкерттәренә Әҙәм Улының күп ғазаптар кисерергә, аҡһаҡалдар, баш руханиҙар һәм ҡанун белгестәре тарафынан кире ҡағылырға һәм үлтерелергә, ә өс көндән һуң терелеп торорға тейешлеге тураһында аңлата башланы.


сөнки Үҙенең шәкерттәрен мөһим нәмәләргә өйрәтә ине. – Әҙәм Улы кешеләр ҡулына тотоп биреләсәк һәм үлтереләсәк. Әммә үлтерелгәндән һуң өс көн үткәс, терелеп торасаҡ, – тине Ул.


Әммә тәүҙә Уға күп ғазаптар кисерергә һәм ошо быуын кешеләре тарафынан кире ҡағылырға тура килер.


Мәсих Үҙенең данлы бөйөклөгөнә өлгәшер алдынан ошондай ғазаптар аша үтергә тейеш булмағанмы ни?


Унан һуң: – Мин һеҙҙең менән бергә булған саҡта былар тураһында һөйләгәйнем. Муса ҡанунында, пәйғәмбәрҙәрҙең китаптарында һәм Зәбурҙа Минең хаҡта яҙылғандарҙың барыһы ла тормошҡа ашырылырға тейеш, тип әйткәйнем, – тигән.


«Әҙәм Улы гонаһлылар ҡулына тотоп бирелергә, арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланырға һәм өсөнсө көндә терелеп торорға тейеш», – тигәйне бит һеҙгә.


– Ошо һүҙҙәрҙе хәтерегеҙҙә ҡалдырығыҙ: Әҙәм Улы кешеләр ҡулына тотоп биреләсәк, – тигән.


Изге Яҙмала яҙылғанса, Ул ерләнде һәм өсөнсө көндә терелтелде,


Улар үҙҙәрендәге Мәсих Рухы, алдан күреп, Мәсихтең ғазап сигәсәге һәм һуңынан киләсәк бөйөклөк тураһында әйткән һүҙҙәрҙең ниндәй хәлдәргә һәм ҡайһы мәлгә күрһәтеүен тикшергән.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ