54 Ғайса иһә ҡыҙҙың ҡулынан тотҡан да: – Балам, тор! – тип өндәшкән.
54 Ғайса иһә ҡыҙҙың ҡулынан тотто ла: – Балам, тор! – тип өндәште.
Ләкин, халыҡ өйҙән сығарылғас, Ғайса бүлмәгә инеп ҡыҙҙың ҡулынан тотто һәм ул урынынан торҙо.
Ғайса ауырыу ҡатын янына килде лә, ҡулынан тотоп торғоҙҙо. Ҡатындың тән яныуы тулыһынса бөттө. Ул тороп уларға табын әҙерләй башланы.
Ғайса һуҡырҙы етәкләп ауылдан алып сыҡты, күҙҙәренә төкөрөп, ҡулдарын ҡуйҙы. – Берәй нәмә күрәһеңме? – тип һораны.
Ғайса ҡулынан тотоп торғоҙғас, малай аяғына баҫты.
Яирҙың өйөнә килеп еткәс, Ғайса Петрҙан, Яхъянан һәм Яҡубтан, ҡыҙҙың атаһынан һәм әсәһенән башҡа бер кемгә лә Үҙе менән инергә рөхсәт итмәгән.
Ҡыҙҙың үлгәнлеген белгәс, барыһы ла Ғайсанан көлгән.
Ҡыҙға йән ҡайтҡан һәм ул шунда уҡ урынынан торған. Ғайса уға ашарға бирергә ҡушҡан.
Шулай тигәндән һуң Ул көслө тауыш менән: – Лазарь, сыҡ! – тине.
Ата, үлгәндәрҙе терелтеп, уларға ғүмер биргән кеүек, Улы ла кемгә теләй, шуға ғүмер бирә.
Бүлмәнән бөтә кешене сығарып ебәргәс, Петр тубыҡланып доға ҡылды ла мәйеткә табан боролдо: – Тавифа, тор! Ҡатын күҙҙәрен асты ла, Петрҙы күргәс, тороп ултырҙы.