Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Лукас 8:43 - Инжил

43 Улар араһында ун ике йыл буйы ҡан китеүҙән яфаланған бер ҡатын булған. Бар мөлкәтен табиптарға сарыфлап бөтөрһә лә, бер кем дә уны һауыҡтыра алмаған.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

43 Улар араһында ун ике йыл буйы ҡан китеүҙән яфаланған бер ҡатын бар ине. Бар мөлкәтен табиптарға сарыф итеп бөтөрһә лә, береһе лә уны һауыҡтыра алмағайны.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Лукас 8:43
22 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Тегеләрҙең барыһы ла үҙҙәренән артҡанын бирҙе, ә ул, ярлы булыуына ҡарамаҫтан, үҙендә булғандың бөтәһен – йәшәү өсөн күпме кәрәк, шуны һалды, – тине.


Ен уны теләһә ҡайҙа эләктереп ала ла, ергә атып бәрә. Малай, ауыҙынан күбек ағыҙып, тештәрен шығырлатып, тәне тартышып ҡата. Шәкерттәреңдән енде ҡыуып сығарыуҙарын үтенгәйнем, ләкин улар булдыра алманы, – тине.


Унда бер ҡатын булған. Уның эсендә ун һигеҙ йыл буйы шаҡшы рух йәшәгән. Был рух уны ғәрипләндергән, ҡатын бөкрәйеп төшкән һәм бөтөнләй турая алмаған.


Был ҡатын Ибраһим нәҫеленән бит! Иблис уны ун һигеҙ йыл буйына бәйҙә тотҡан. Бөгөн шәмбе көнө булһа ла, уны әсирлектән азат итергә ярамаймы ни? – тип яуаплаған.


Ғайса ярға сыҡҡас, шундағы ҡаланың ен эйәләшкән бер кешеһе Уға ҡаршы килгән. Ул байтаҡтан бирле кейем кеймәй йөрөгән һәм өйөндә түгел, ә ҡәбер мәмерйәһендә йәшәгән.


Яирҙың ун ике йәштәр тирәһендәге берҙән-бер ҡыҙы үлем хәлендә ята икән. Яирҙың өйөнә барған саҡта, Ғайсаны төрлө яҡтан халыҡ ҡыҫырыҡлап алған.


Ул арттан килеп Ғайсаның кейеменең салғыйына ҡағылыуға, шунда уҡ ҡан ағыуы туҡтаған.


Китеп барғанда Ғайса тыумыштан уҡ һуҡыр бер кешене күрҙе.


Ә әле нисек күрә башлағанын һәм күҙҙәрен кем асҡанын белмәйбеҙ. Ул инде бәлиғ булған, үҙенән һорағыҙ, үҙе хаҡында үҙе һөйләһен.


Тыумыштан уҡ аҡһаҡ бер кешене һәр көн Алла Йортоноң Матур тип аталған ҡапҡаһы янына алып килеп, инеүселәрҙән саҙаҡа һорарға ултыртып китәләр ине.


Һауығыу мөғжизәһен татыған теге кеше ҡырҡ йәштән уҙғайны инде.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ