31 Ендәр Ғайсанан үҙҙәрен төпһөҙ упҡынға ебәрмәүен үтенгән.
31 Ендәр Ғайсанан үҙҙәрен төпһөҙ упҡынға ебәрмәүен ялбара башланы.
Унан һуң Ул Үҙенең һул яғында тороусыларға әйтер: «Китегеҙ Минең янымдан, ләғнәт төшкәндәр! Иблискә һәм уның фәрештәләренә әҙерләп ҡуйылған мәңгелек утҡа барығыҙ!
Был кеше Ғайсаны күреп, ҡапыл ҡысҡырып ебәргән, Уның алдына йығылып, көслө тауыш менән: – Эй, Ғайса, Аллаһы Тәғәләнең Улы! Минән Һиңә нимә кәрәк? Үтенеп һорайым, яфалама мине, – тигән.
Шул тирәләге тау битендә ҙур сусҡа көтөүе утлап йөрөгән. Ендәр Ғайсанан шул сусҡалар эсенә инергә рөхсәт һораған. Ғайса рөхсәт иткән.
Йәки: «Упҡынға беҙҙең өсөн кем төшөр? (йәғни Мәсихте үленән алып сығыу өсөн), – тип үҙ-үҙеңдән һорама».
Шаһитлыҡ итеүҙәрен тамамлағас, упҡындан януар күтәрелеп сығып, улар менән алышыр, уларҙы еңер һәм үлтерер.
Һин күргән януар бар ине, хәҙер ул юҡ. Әммә ул тиҙҙән упҡындан күтәрелеп сығасаҡ һәм һәләкәткә барасаҡ. Донъя яратылғандан бирле исемдәре тормош китабына яҙылмаған кешеләр, януарҙы күреп ғәжәпләнәсәктәр, сөнки ул бар ине, хәҙер юҡ һәм йәнә буласаҡ.
Ә януар һәм уның исеменән мөғжизәләр күрһәткән ялған пәйғәмбәр ҡулға алынды. Был ялған пәйғәмбәр януар тамғаһын ҡабул иткәндәрҙе, уның һынына табыныусыларҙы мөғжизәләр ярҙамында алдағайны. Улар икеһе лә янып торған көкөртлө күлгә тере көйө ырғытылды.
Саранчаларҙың батшаһы иһә – упҡын фәрештәһе. Уның йәһүдсә исеме – Аваддон, ә грекса – Аполлион.