45 Һин Мине үпмәнең, ә ул Мин бында килгәндән бирле аяҡтарымды үбеүҙән туҡтамай.
Хыянатсы: «Мин үпкән кеше Ул булыр. Уны ҡулға алығыҙ», – тип улар менән алдан уҡ һүҙ беркетеп ҡуйғайны.
Бер-берегеҙҙе изге үбеү менән сәләмләгеҙ. Мәсихтең бөтөн берҙәмлектәре һеҙгә сәләм тапшыра.
Һеҙҙе бындағы бөтөн имандаштар сәләмләй. Бер-берегеҙҙе изге үбеү менән сәләмләгеҙ.
Ә һеҙ, атайҙар, балаларығыҙҙың күңелен ҡыймағыҙ, Раббының өйрәтеүҙәрен һәм өгөт-нәсихәттәрен иҫтә тотоп, уларҙы тәрбиәле итеп үҫтерегеҙ.
Бар имандаштарығыҙҙы изге үбеү менән сәләмләгеҙ.