Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Лукас 6:42 - Инжил

42 Үҙ күҙеңдәге бүрәнәне күрмәй тороп, туғаныңа: «Ағай, күҙеңдәге сүпте алайым әле!» – тип нисек әйтә алаһың? Ике йөҙлө! Тәүҙә үҙ күҙеңдәге бүрәнәне сығар, унан һуң асыҡ күрерһең һәм туғаныңдың күҙендәге сүпте ала алырһың.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

42 Үҙ күҙеңдәге бүрәнәне күрмәй тороп, туғаныңа: «Ағай, күҙеңдәге сүпте алайым әле!» – тип нисек әйтә алаһың? Эй, ике йөҙлө! Тәүҙә үҙ күҙеңдәге бүрәнәне сығар, унан һуң асыҡ күрерһең һәм туғаныңдың күҙендәге сүпте ала алырһың.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Лукас 6:42
24 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ғайсаның: «Әтәс ҡысҡырғансы, һин Минән өс тапҡыр ваз кисәсәкһең», – тигән һүҙҙәре Петрҙың иҫенә төштө. Ул, урам яҡҡа сығып, әрнеп иланы.


Нисек һин туғаныңдың күҙендәге сүпте күрәһең, ә үҙ күҙеңдәге бүрәнәне тоймайһың?


Үҙ күҙеңдә бүрәнә булғанда, туғаныңа: «Күҙеңдәге сүпте алайым әле», – тип нисек әйтә алаһың?


Раббы Ғайса: – Ике йөҙлөләр! Һеҙҙең ҡайһынығыҙ шәмбе көнө үгеҙен йәки ишәген утлыҡсанан айырып, һыу эсерергә алып бармай?


Әммә Мин, һин иманыңды юғалтмаһын тип доға ҡылдым, һәм һин, Миңә кире ҡайтҡас, имандаштарыңды ла нығыт, – тигән Раббы Ғайса Петрға.


Нисек һин туғаныңдың күҙендәге сүпте күрәһең, ә үҙ күҙеңдәге бүрәнәне тоймайһың?


Бер яҡшы ағас та насар емеш бирмәй, һәм, киһеренсә, бер насар ағас та яҡшы емеш бирмәй.


– Һинең эсең тулы ялған һәм мәкер. Һин – Иблис улы, һәр төрлө хаҡлыҡтың дошманы! Раббының тура юлын боҙоп күрһәтергә тырышыуҙан туҡтайһыңмы, юҡмы? – тине. –


– Һәр берегеҙ, гонаһтарығыҙ кисерелһен өсөн, тәүбә итеп Ғайса Мәсих исеме менән һыуға сумдырылыу йолаһын үтәгеҙ һәм Алланың бүләген – Изге Рухты ҡабул итерһегеҙ.


Һин был эштә бер нисек тә ҡатнаша алмайһың, сөнки Алла ҡаршыһында күңелең саф түгел.


Шуға күрә, дуҫым, бүтәндәрҙе хөкөм итеүең менән генә үҙеңде аҡлай алмаҫһың, башҡаларҙың ҡылғанын хөкөм итеүең менән үҙеңде лә хөкөмгә дусар итәһең, сөнки үҙең дә шул уҡ эштәрҙе башҡараһың.


Быларҙың һәммәһе лә Алланан, Ул иһә беҙҙе Мәсих аша Үҙе менән татыулаштырҙы һәм татыулаштырыу хеҙмәтен беҙгә тапшырҙы.


Шулай итеп, кем үҙен бысраҡлыҡтан таҙарындыра, шул йорт хужаһы өсөн файҙалы, изгеләштерелгән һәм бөтөн яҡшы эштәргә лә яраҡлы һауыт кеүек буласаҡ.


Ә инде кем уларға эйә түгел, шул алыҫтан насар күргән һуҡыр һәм үҙенең элекке гонаһтарынан таҙарыныуын онотҡан кеше.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ