36 Атағыҙ шәфҡәтле булған кеүек, һеҙ ҙә шәфҡәтле булығыҙ.
Шуға күрә, Күктәге Атағыҙ камил булған кеүек, һеҙ ҙә камил булығыҙ.
Ә һеҙ дошмандарығыҙҙы яратығыҙ, кешеләргә яҡшылыҡ эшләгеҙ, кире алырға өмөт итмәйенсә, бурысҡа бирегеҙ. Шулай итһәгеҙ, һеҙгә әжер мул төшөр һәм Аллаһы Тәғәләнең балалары булырһығыҙ. Сөнки Ул яҡшылыҡтың ҡәҙерен белмәгәндәргә лә, яуыздарға ла миһырбанлы.
Хөкөм итмәгеҙ, үҙегеҙ ҙә хөкөм ителмәҫһегеҙ. Ғәйепләмәгеҙ, үҙегеҙ ҙә ғәйепләнмәҫһегеҙ. Кисерегеҙ, үҙегеҙ ҙә кисерелерһегеҙ.
Әсенеү, ярһыу, асыу, ҡысҡырыу, яман теллелек һәм һәр төрлө яуызлыҡтарҙан баш тартығыҙ.
Ә юғарынан килгән аҡыл иң тәүҙә саф, шулай уҡ тыныс, йомшаҡ, тыңлаусан, шәфҡәт һәм игелекле емештәр менән тулы, кешеләрҙе тигеҙ күрә һәм ике йөҙлө түгел.