Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Лукас 6:35 - Инжил

35 Ә һеҙ дошмандарығыҙҙы яратығыҙ, кешеләргә яҡшылыҡ эшләгеҙ, кире алырға өмөт итмәйенсә, бурысҡа бирегеҙ. Шулай итһәгеҙ, һеҙгә әжер мул төшөр һәм Аллаһы Тәғәләнең балалары булырһығыҙ. Сөнки Ул яҡшылыҡтың ҡәҙерен белмәгәндәргә лә, яуыздарға ла миһырбанлы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

35 Ә һеҙ дошмандарығыҙҙы яратығыҙ, кешеләргә яҡшылыҡ эшләгеҙ, кире алырға өмөт итмәйенсә, бурысҡа бирегеҙ. Шулай итһәгеҙ, һеҙгә әжер мул төшөр һәм Юғарыларҙан Юғарының балалары булырһығыҙ. Сөнки Ул яҡшылыҡтың ҡәҙерен белмәгәндәргә лә, яуыздарға ла миһырбанлы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Лукас 6:35
21 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Татыулыҡ урынлаштырыусылар бәхетле, сөнки улар Алла балалары тип аталыр.


– Эй, Ғайса, Аллаһы Тәғәләнең Улы! Минән Һиңә нимә кәрәк? Алла хаҡы өсөн ялбарам, яфалама мине! – тип көслө тауыш менән ҡысҡырып ебәрҙе.


Ул бик бөйөк булыр һәм Аллаһы Тәғәләнең Улы тип аталыр. Раббы Алла Уға ата-бабаһы Дауыттың тәхетен бирер.


Атағыҙ шәфҡәтле булған кеүек, һеҙ ҙә шәфҡәтле булығыҙ.


Бер-берегеҙҙе яратыуығыҙҙан барыһы ла һеҙҙең Минең шәкерттәрем булыуығыҙҙы белер.


Һеҙ күп емеш килтерәһегеҙ һәм Минең шәкерттәрем булаһығыҙ икән, Атам данланыр.


Әммә, яҡшылыҡтар ҡылып, Үҙен күрһәтеп торҙо: ваҡытында күктәрҙән ямғыр яуҙырып, мул уңыш биреп, һеҙҙе ризыҡ менән тәьмин итте һәм йөрәктәрегеҙҙе ҡыуаныс менән тултырҙы.


Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең мәрхәмәтен беләһегеҙ: һеҙ Уның фәҡирлеге аша байыһын өсөн, Ул бай булһа ла, һеҙҙең хаҡҡа фәҡир булды.


Үҙҙәрен генә яратҡан, аҡсаға табынған, тәкәббер, һауалы, әсе телле, ата-әсәһенә буйһонмаған, изгелекте баһалай белмәгән, тәҡүәһеҙ,


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ