28 үҙегеҙҙе ҡарғаған кешеләргә фатихағыҙҙы бирегеҙ һәм рәнйетеүселәр өсөн доға ҡылығыҙ.
Ә Мин һеҙгә әйтәм: дошмандарығыҙҙы яратығыҙ һәм үҙегеҙҙе эҙәрләүселәр өсөн доға ҡылығыҙ.
[Ғайса: – Атам! Кисер уларҙы! Улар ни эшләгәндәрен үҙҙәре лә аңламай бит! – тигән.] Ғәскәриҙәр йәрәбә һалып, үҙ-ара Уның кейемдәрен бүлешкән.
Һеҙгә, Мине тыңлаусыларға әйтәм: дошмандарығыҙҙы яратығыҙ, һеҙҙе күрә алмаусыларға яҡшылыҡ ҡылығыҙ,
Ә һеҙ дошмандарығыҙҙы яратығыҙ, кешеләргә яҡшылыҡ эшләгеҙ, кире алырға өмөт итмәйенсә, бурысҡа бирегеҙ. Шулай итһәгеҙ, һеҙгә әжер мул төшөр һәм Аллаһы Тәғәләнең балалары булырһығыҙ. Сөнки Ул яҡшылыҡтың ҡәҙерен белмәгәндәргә лә, яуыздарға ла миһырбанлы.
Ахырҙа йәһүд булмағандар һәм йәһүдтәр, үҙҙәренең башлыҡтары менән бергә илселәргә ташланып, уларҙы таш менән бәреп үлтерергә ниәтләне.
тигән һүҙҙәр менән тубыҡланып, көслө тауыш менән: – Раббым! Был эште уларға гонаһ итеп һанама, – тип йән бирҙе.
Һеҙҙе эҙәрлекләүселәргә Алланан фатиха һорағыҙ. Фатиха һорағыҙ, ҡарғамағыҙ.
Үҙ ҡулдарыбыҙ менән ауыр хеҙмәт итеп көн күрәбеҙ. Беҙгә ләғнәт уҡыйҙар, ә беҙ фатиха менән яуап бирәбеҙ; беҙҙе эҙәрлекләйҙәр – беҙ түҙәбеҙ.
Бер үк ауыҙҙан данлау ҙа, ҡарғыш та сыға. Имандаштарым, улай булырға тейеш тугел.
Яманлыҡҡа яманлыҡ менән йәки мыҫҡыллауға мыҫҡыллау менән яуап ҡайтармағыҙ. Киреһенсә, фатиха бирегеҙ, сөнки һеҙ шуның өсөн, фатиха ҡабул итһен өсөн саҡырылғанһығыҙ. Изге Яҙмала әйтелгән: