Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Лукас 6:27 - Инжил

27 Һеҙгә, Мине тыңлаусыларға әйтәм: дошмандарығыҙҙы яратығыҙ, һеҙҙе күрә алмаусыларға яҡшылыҡ ҡылығыҙ,

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

27 Һеҙгә, Мине тыңлаусыларға, әйтәм: дошмандарығыҙҙы яратығыҙ, һеҙҙе күрә алмаусыларға яҡшылыҡ ҡылығыҙ,

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Лукас 6:27
22 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ғайса һүҙен дауам итте: – Әйткәнемде иғтибарға алығыҙ: ниндәй үлсәм менән үлсәһәгеҙ, һеҙгә лә шундай үлсәм менән үлсәп бирелер һәм тағы өҫтәлер.


[Ғайса: – Атам! Кисер уларҙы! Улар ни эшләгәндәрен үҙҙәре лә аңламай бит! – тигән.] Ғәскәриҙәр йәрәбә һалып, үҙ-ара Уның кейемдәрен бүлешкән.


Әҙәм Улы өсөн кешеләр һеҙгә нәфрәтләнгәндә лә, һеҙҙе ҡыуып ебәргәндә, хурлағанда, исемегеҙгә ҡара яҡҡанда ла һеҙ бәхетле.


Ә һеҙ дошмандарығыҙҙы яратығыҙ, кешеләргә яҡшылыҡ эшләгеҙ, кире алырға өмөт итмәйенсә, бурысҡа бирегеҙ. Шулай итһәгеҙ, һеҙгә әжер мул төшөр һәм Аллаһы Тәғәләнең балалары булырһығыҙ. Сөнки Ул яҡшылыҡтың ҡәҙерен белмәгәндәргә лә, яуыздарға ла миһырбанлы.


Ә уңдырышлы ергә төшкән орлоҡ иһә шуны аңлата: кешеләр һүҙҙе ишетеп, уны ихлас һәм саф күңел менән һаҡлай. Ундайҙар түҙемлек күрһәтеп уңыш килтерә.


Шулай итеп, нисек тыңлауығыҙға иғтибар итегеҙ: кемдеке бар, шуға тағы ла күберәк бирелер, ә кемдеке юҡ, уның бар тип уйлағаны ла тартып алыныр.


Ә инде башҡа орлоҡтар уңдырышлы ергә төшөп шытҡан һәм йөҙләтә күберәк уңыш биргән. Ошоларҙы һөйләп бөткәс, Ғайса: – Ҡолаҡтары барҙар ишетһен! – тип ҡысҡырған.


Алла назаралы Ғайсаны Изге Рух менән һуғарып, Уға ҡөҙрәт бирҙе. Ғайса, яҡшылыҡ ҡылып, Иблис йонсотҡан кешеләрҙе һауыҡтырып йөрөнө, сөнки Алла Уның менән булды.


Әммә Павел: – Үҙеңә һис бер яуызлыҡ эшләмә, беҙ барыбыҙ ҙа бында, – тип ҡысҡырҙы.


тигән һүҙҙәр менән тубыҡланып, көслө тауыш менән: – Раббым! Был эште уларға гонаһ итеп һанама, – тип йән бирҙе.


Шуға күрә яйы сыҡҡан һайын һәр кешегә, бигерәк тә имандаштарға изгелек ҡылайыҡ.


Яуызлыҡҡа яуызлыҡ менән яуап биреүгә берегеҙгә лә юл ҡуймағыҙ; һәр ваҡыт үҙ-ара һәм бөтөнөһөнә лә яҡшылыҡ эшләгеҙ.


Ҡәҙерле дуҫым! Яуызлыҡты өлгө итеп алма, яҡшылыҡҡа эйәр. Яҡшылыҡ ҡылыусылар – Алланан, яуызлыҡ ҡылыусы иһә Алланы күрмәгән.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ