24 Байҙар, һеҙгә ҡайғы, сөнки етерлек йыуандығыҙ.
Ураҙа тотҡанда ике йөҙлөләр кеүек ҡараңғы сырайлы булмағыҙ. Ураҙа тотҡандарын кешеләр күрһен тип, улар шулай моңһоу йөҙ менән йөрөй. Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: улар үҙҙәренең әжерен алды инде.
Шуға күрә, саҙаҡа биргәндә, ул хаҡта шаулап йөрөмә. Кешеләр маҡтау яуҙырһын тип, ғибәҙәтханаларҙа һәм урамдарҙа ике йөҙлөләр шулай итә. Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: улар үҙҙәренең әжерен алды инде.
Доға ҡылғанда ике йөҙлөләр һымаҡ булмағыҙ. Улар, кешеләр күрһен тип, ғибәҙәтханаларҙа һәм урам саттарында баҫып доға ҡылырға ярата. Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: улар үҙҙәренең әжерен инде алды.
Әлеге мәлдә туҡ булғандар, һеҙгә ҡайғы, сөнки асығырһығыҙ. Әлеге мәлдә көлөүселәр, һеҙгә ҡайғы, сөнки хәсрәтләнерһегеҙ һәм иларһығыҙ.
Был донъялағы байҙарҙы иҫкәрт: улар үҙҙәре тураһында юғары фекерҙә булмаһын һәм ышанысһыҙ байлыҡҡа түгел, рәхәтләнеп йәшәү өсөн бөтөн нәмәне мул биргән Аллаға өмөт бағлаһын.
Һеҙ иһә фәҡирҙе кәмһеттегеҙ. Һеҙҙе йәберләгән һәм хөкөм алдына һөйрәгән кешеләр байҙар түгелме ни?