19 Бөтә халыҡ Ғайсаға ҡағылырға тырышҡан, сөнки Унан сыҡҡан ҡөҙрәт һәммәһен дә һауыҡтырған.
19 Бөтә халыҡ Ғайсаға ҡағылырға тырышты, сөнки Унан сыҡҡан ҡөҙрәт һәммәһен дә һауыҡтыра ине.
Улар Ғайсанан кейеменең салғыйына ғына булһа ла ҡағылырға рөхсәт итеүен үтенде. Кем генә ҡағылмаһын, барыһы ла һауыҡты.
Ул күптәрҙе һауыҡтырғанлыҡтан, барлыҡ сирлеләр ҙә этешеп-төртөшөп Уға ҡағылырға уҡталды.
Ғайса, шул мәлдә Үҙенән көс сыҡҡанын тойоп, халыҡҡа боролдо. – Минең кейемемә кем ҡағылды? – тип һораны.
Ғайса ҡайҙа ғына бармаһын – берәй ауылғамы, ҡалаға йәки утарҙарғамы, ауырыуҙарҙы майҙандарға килтереп һалдылар. Уның һис юғы кейеменең сабыуына булһа ла ҡағылырға рөхсәт итеүен үтенделәр. Кем генә ҡағылмаһын, бөтәһе лә һауыҡты.
Улар Вифсаидаға килеп етте. Кешеләр, бер һуҡырҙы алып килделәр ҙә, Ғайсаның уға ҡул тейҙереүен үтенделәр.
Бер тапҡыр, Ғайса өйрәткән саҡта, тыңлаусылар араһында Галилеяның һәм Йәһүҙиәнең барлыҡ ауылдарынан, шулай уҡ Иерусалимдан килгән фарисейҙар менән ҡанун өйрәтеүселәр ҙә ултырған. Раббы ҡөҙрәте Ғайса аша эш иткән һәм Ул ауырыуҙарҙы һауыҡтырған.
Улар Ғайсаны тыңларға, ауырыуҙарынан арынырға килгән. Шаҡшы рухтарҙан ғазап сиккән кешеләр ҙә һауыҡҡан.
Павел ҡағылған ҡулъяулыҡтарҙы, билбауҙарҙы алып ҡайтып, ауырыуҙарҙың өҫтөнә һалғандан һуң, улар һауыҡты, эстәренән шаҡшы рухтар сыҡты.
Әммә һеҙ – ҡараңғылыҡтан Үҙенең ғәжәйеп яҡтылығына Саҡырыусының бөйөк эштәрен иғлан итеү өсөн һайланған нәҫел, батша руханиҙары, изге халыҡ, Алланың Үҙ халҡы.