Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Лукас 6:14 - Инжил

14 Улар – Ғайса тарафынан Петр тип аталған Симон, уның ҡустыһы Андрей, Яҡуб һәм Яхъя, Филипп һәм Варфоломей,

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

14 Улар – Ғайса Петрус тип атаған Шимғон, уның ҡустыһы Әндриас, Яҡуп һәм Яхъя, Филиппус һәм Барҫоломай,

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Лукас 6:14
23 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Бына ул ун ике илсенең исеме: беренсеһе – Петр тип тә аталған Симон һәм уның ҡустыһы Андрей, Зеведей улы Яҡуб һәм уның ҡустыһы Яхъя,


Филипп һәм Варфоломей, Фома һәм һалым йыйыусы Матфей, Алфей улы Яҡуб, Фаддей,


Галилея күле буйынан үтеп барышлай Ғайса ау һалып йөрөгән ағалы-ҡустылы ике балыҡсыны – Петр тип аталған Симон менән Андрейҙы күрҙе.


Унан ары киткәс, Ғайса тағын ағалы-ҡустылы икәүҙе – Зеведей улдары Яҡуб менән Яхъяны күрҙе. Улар аталары Зеведей менән бергә кәмәлә ауҙарын ямайҙар ине. Ғайса уларҙы Үҙенә эйәрергә саҡырҙы.


Ғайса, бер аҙ барғас, Зеведейҙың улдары Яҡубты һәм уның ҡустыһы Яхъяны күрҙе – улар кәмәлә ауҙарын ямайҙар ине.


Ғибәҙәтхананан сыҡҡас та, Ғайса Яҡуб һәм Яхъя менән бергә Симон менән Андрейҙың өйөнә китте.


Ул Үҙе менән Петрҙы, Яҡубты һәм Яхъяны алды. Уны ҡурҡыу һәм хәүеф солғап алды.


Бына ул Ғайса тарафынан тәғәйенләнгән ун ике шәкерт: Ғайса Петр тип атаған Симон,


Ғайса Петрҙан, Яҡубтан һәм Яҡубтың ҡустыһы Яхъянан башҡа бер кемгә лә Үҙе менән бергә барырға рөхсәт итмәне.


Алты көндән һуң Ғайса Петрҙы, Яҡубты һәм Яхъяны алып, бейек тауға менде. Улар унда үҙҙәре генә ине. Ғайсаның ҡиәфәте шәкерттәренең күҙ алдында үҙгәрҙе:


Шулай уҡ Симондың иптәштәре – Зеведейҙың улдары Яҡуб менән Яхъяның да ҡото алынған. Ғайса Симонға: – Ҡурҡма, ошо ваҡыттан башлап кешеләр ауларһың, – тигән.


Симон Петр был хәлде күреп: – Хужам, кит минең янымдан! Мин – гонаһлы, – тип Ғайсаның тубыҡтарына йығылған.


Иртәгеһен шәкерттәрен Үҙе янына саҡырған, араларынан ун икеһен һайлап алып, уларҙы илселәр тип атаған.


Матфей һәм Фома, Алфей улы Яҡуб һәм Көрәшеүсе ҡушаматлы Симон,


Ул Нафанаилды эҙләп табып: – Беҙ Муса ҡанунда яҙып ҡалдырған һәм пәйғәмбәрҙәр әйткән Затты таптыҡ! Ул Назаранан, Йософ улы Ғайса, – тине.


– Хужам! Беҙгә Атаны күрһәтһәң, беҙ ҡәнәғәт булырбыҙ, – тине Филипп.


Ғайса күтәрелеп ҡараны ла, Үҙенә табан ҙур халыҡ төркөмө килеүен күреп, Филипҡа: – Уларҙы ашатырға ҡайҙан икмәк һатып алырбыҙ икән? – тине.


Шәкерттәрҙең береһе, Симон Петрҙың ҡустыһы Андрей:


Ҡайтып еткәс, улар үҙҙәре туҡталған өҫкө ҡаттағы бүлмәгә инде. Унда Петр, Яхъя, Яҡуб, Андрей, Филипп, Фома, Варфоломей, Матфей, Алфей улы Яҡуб, көрәшеүсе Симон һәм Яҡуб улы Йәһүҙә бар ине.


Яхъяның ағаһы Яҡубты ҡылыс менән сабып үлтертте.


Ғайса Мәсихтең хеҙмәтсеһе һәм илсеһе Симон Петрҙан – Аллабыҙ һәм Ҡотҡарыусыбыҙ Ғайса Мәсихтең хаҡлығы аша беҙҙең кеүек шул уҡ ҡиммәтле иман ҡабул иткәндәргә:


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ