38 Яңы шарап яңы турһыҡҡа тултырылырға тейеш.
Шулай уҡ яңы шарапты иҫке турһыҡҡа һалмайҙар. Юғиһә, иҫке турһыҡ йыртылыр ҙа, шарап ағып бөтөр, турһыҡ та әрәм булыр. Яңы шарапты яңы турһыҡтарға тултыралар. Шул ваҡытта шарап та, турһыҡ та һаҡланыр.
Шулай уҡ бер кем дә яңы шарапты иҫке турһыҡҡа һалмай. Юғиһә яңы шарап турһыҡты йыртыр һәм шарап ағып бөтөр, турһыҡ әрәм булыр.
Бер кемдең дә иҫке шарапты эскәндән һуң, яңыһын эскеһе килмәҫ. «Иҫкеһе яҡшыраҡ шул», – тип әйтер.
Шулай итеп, кем Мәсихтеке, ул яңы зат итеп яратылған. Боронғо тәртип үтте, хәҙер яңы тәртип башланды.
Тик, шул уҡ ваҡытта, Ғайса Мәсихтәге азатлығыбыҙҙы күҙәтеү һәм беҙҙе ҡанун ҡоллоғона төшөрөү өсөн, арабыҙға һиҙҙермәй генә ялған имандаштар килеп инде, был мәсьәләне улар күтәрҙе лә инде.
Тән күнекмәһенең ярҙамы сикләнгән, ә Аллаға ихлас табыныу һәр нәмәгә файҙалы, сөнки ул ысын тормош бирә – хәҙер ҙә, киләсәктә лә.
Тәхеттә Ултырыусы былай тине: – Бына, Мин бар нәмәне лә яңы итеп яһайым. Шунан миңә өндәште: – Яҙып ҡуй, сөнки был һүҙҙәр ышаныслы һәм хаҡ.