Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Лукас 5:26 - Инжил

26 Барыһы ла таң ҡалған, Алланы данлағандар һәм ҡоттары алынып: – Беҙ бөгөн иҫ киткес нәмәләр күрҙек, – тигәндәр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

26 Таң ҡалып, барыһы ла Алланы данланы. Ҡоттары осоуҙан: – Беҙ бөгөн иҫ киткес нәмәләр күрҙек, – тинеләр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Лукас 5:26
13 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Бөтөнөһө шаҡ ҡатып, бер-береһенән: – Дауыт Улы түгелме Ул? – тип һораштылар.


Ҡатындар, ҡурҡып, шул уҡ ваҡытта бик ныҡ шатланып, ҡәбер янынан тиҙ генә китә һалдылар һәм Уның шәкерттәренә хәбәр итергә йүгерҙеләр.


Быны күреп торған халыҡ ҡурҡыуға төштө һәм кешеләргә ошондай хакимлыҡ биргән Алланы данланы.


Теге шунда уҡ торҙо ла, түшәген алып, бөтөн кеше алдында сығып китте. Быға бөтәһе лә хайран ҡалды һәм Алланы данлап: – Беҙҙең бының кеүекте бер ҡасан да күргәнебеҙ юҡ ине, – тиештеләр.


Зәкәриә менән Елизаветаның бар күрше-күләне ҡурҡыуға төшкән, ә Йәһүҙиәнең таулы ерҙәре буйлап ошо ваҡиғаларҙың барыһы тураһында хәбәр таралған.


Симон Петр был хәлде күреп: – Хужам, кит минең янымдан! Мин – гонаһлы, – тип Ғайсаның тубыҡтарына йығылған.


Бөтәһе лә ҡурҡып ҡалған һәм: – Арабыҙҙан бөйөк пәйғәмбәр сыҡты. Алла үҙ халҡына ярҙамға килде, – тип Алланы данлаған.


Гераса ере тирәһендәге бөтә халыҡты ҡурҡыу солғап алған, шуның өсөн улар Ғайсаның үҙҙәренең еренән китеүен һораған. Ул кәмәгә ултырып ҡайтырға ҡуҙғалғанда,


Тегеләр иһә, яза бирерлек сәбәп таба алмайынса, тағы бер тапҡыр янап, Петр менән Яхъяны сығарып ебәрҙе. Сөнки булған хәл айҡанлы бөтөн халыҡ Алланы данлай ине.


Һәм минең өсөн Алланы данлағандар.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ