Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Лукас 5:17 - Инжил

17 Бер тапҡыр, Ғайса өйрәткән саҡта, тыңлаусылар араһында Галилеяның һәм Йәһүҙиәнең барлыҡ ауылдарынан, шулай уҡ Иерусалимдан килгән фарисейҙар менән ҡанун өйрәтеүселәр ҙә ултырған. Раббы ҡөҙрәте Ғайса аша эш иткән һәм Ул ауырыуҙарҙы һауыҡтырған.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

17 Бер тапҡыр, Ғайса халыҡҡа аң-белем биргән саҡта, тыңлаусылар араһында Галилеяның һәм Йәһүҙиәнең барлыҡ ауылдарынан, шулай уҡ Йәрүсәлимдән килгән фарисейҙар менән ҡанун өйрәтеүселәр ҙә ултыра ине. Раббы ҡөҙрәте Ғайса менән ине, һәм Ул ауырыуҙарҙы һауыҡтырҙы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Лукас 5:17
20 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Һуҡырҙар йәнә күрә, аҡһаҡтар йөрөй, махаулылар таҙарына, һаңғырауҙар ишетә, үлгәндәр терелеп тора һәм фәҡирҙәргә Һөйөнөслө Хәбәр иғлан ителә.


Шул ваҡыт Ғайса янына Иерусалимдан фарисейҙар һәм ҡанун белгестәре килеп:


Әммә ул, бынан китеү менән, булған хәл тураһында бөтә ерҙә һөйләп йөрөй башланы. Шунлыҡтан Ғайса инде ҡалаларға асыҡтан-асыҡ инә алманы. Ул ҡалаларҙан ситтә, аулаҡ урындарҙа булды, әммә унда ла янына һәр тарафтан ағылдылар.


ҡулдарына йылан алһалар ҙа, ағыулы нәмә эсһәләр ҙә, зарарын күрмәҫтәр; ауырыу кешеләргә ҡулдарын ҡуйһалар, улар һауығыр.


Иерусалимдан килгән ҡанун белгестәре: – Уның эсендә Веельзевул бар! Ендәрҙе ендәр башлығының көсө менән ҡыуып сығара, – тинеләр.


Ғайса, шул мәлдә Үҙенән көс сыҡҡанын тойоп, халыҡҡа боролдо. – Минең кейемемә кем ҡағылды? – тип һораны.


Иерусалимдан килгән фарисейҙар һәм ҡайһы бер ҡанун белгестәре Ғайса янына йыйылды.


Фарисейҙар менән ҡанун белгестәре иһә: – Был Кеше гонаһлыларҙы ҡабул итә, хатта улар менән бер табындан ашай, – тип һуҡранған.


Өс көндән һуң Уны Алла Йортонда тапҡандар. Ул ҡанун уҡытыусылары араһында, уларҙы тыңлап, һорауҙарын биреп ултырған.


Ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар үҙ-ара фекер алыша башлаған: – Көфөр һүҙ һөйләүсе был Кеше кем һуң? Гонаһтарҙы бер Алланан башҡа кем кисерә ала?


Фарисейҙар һәм улар араһындағы ҡанун белгестәре асыуланып, Ғайсаның шәкерттәренә ризаһыҙлыҡ белдергән: – Ни өсөн һеҙ һалым йыйыусылар һәм башҡа гонаһлылар менән бергә ашап-эсеп ултыраһығыҙ?


Бөтә халыҡ Ғайсаға ҡағылырға тырышҡан, сөнки Унан сыҡҡан ҡөҙрәт һәммәһен дә һауыҡтырған.


Фарисейҙар менән ҡанун белгестәре иһә Яхъяның һыуға сумдырыуынан баш тартҡан. Бының менән улар Алла ихтыярын кире ҡаҡҡан.


– Миңә кемдер ҡағылды. Мин Үҙемдән көс сыҡҡанын тойҙом, – тигән Ғайса.


– Һин, Израиль халҡы мөғәллиме була тороп, шуларҙы белмәйһеңме ни? – тине Ғайса. –


Ә дөрөҫлөк буйынса эш итеүсе, эштәренең Алла аша башҡарылғаны күренеп торһон өсөн, яҡтылыҡҡа килә.


Алла иһә Павелдың ҡулдары менән иҫ китерлек ҡөҙрәтле эштәр ҡылды.


Ҡулыңды һуҙ һәм Изге Хеҙмәтсең Ғайса исеме менән һауыҡтыр, хикмәттәр һәм мөғжизәләр күрһәт.


Ошо ваҡыт бөтә халыҡ хөрмәт иткән ҡанун өйрәтеүсе, Кәңәшмә ағзаһы Гамалиил исемле фарисей аяғүрә баҫты ла илселәрҙе аҙ ғына ваҡытҡа сығарып торорға әмер бирҙе.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ