7 Шулай итеп, әгәр Һин миңә табынһаң, барыһы ла Һинеке булыр, – тигән ул.
7 Шулай итеп, әгәр Һин миңә табынһаң, барыһы ла Һинеке булыр, – тине ул.
Өйгә ингәс, Баланы һәм Уның әсәһе Мәрйәмде күрҙеләр. Балаға сәждә ҡылып, Уға хөрмәт күрһәттеләр. Шунан, хазина ҡумталарын асып, Уға алтын, ладан һәм мирра тигән хуш еҫле ыҫмалалар бүләк иттеләр.
Ғайсаның аяҡтарына йығылып Уға рәхмәт әйткән. Был – Самария кешеһе булған.
– Ошо батшалыҡтарҙың бөтөнөһө өҫтөнән хакимлыҡ итеүҙе лә, уларҙың гүзәллеген дә Һиңә бирермен. Уларҙың барыһы ла миңә бирелгән һәм мин кемгә теләйем, шуға бирә алам.
– Изге Яҙмала: «Раббы Аллаңа табын һәм бары Уға ғына хеҙмәт ит», – тип яҙылған, – тип яуаплаған Ғайса.
Был кеше Ғайсаны күреп, ҡапыл ҡысҡырып ебәргән, Уның алдына йығылып, көслө тауыш менән: – Эй, Ғайса, Аллаһы Тәғәләнең Улы! Минән Һиңә нимә кәрәк? Үтенеп һорайым, яфалама мине, – тигән.
Мин, Яхъя, быларҙы күрҙем һәм ишеттем. Ишеткәс һәм күргәс, баш эйер өсөн быларҙы күрһәтеүсе фәрештәнең аяҡтарына йығылдым.
егерме дүрт аҡһаҡал, тәхет алдына йөҙтүбән ҡапланып, мәңгенән-мәңгегә Йәшәүсегә табыналар һәм, таждарын тәхет алдына һалып ҡуйып, былай тиҙәр:
Ул яҙыу төргәген алғас, дүрт йән эйәһе һәм егерме дүрт аҡһаҡал Бәрәс алдына йөҙтүбән ҡоланы. Уларҙың һәр береһендә арфа һәм хуш еҫтәр ҡушылмаһы – йәғни изгеләрҙең доғалары тултырылған алтын кәсә ине.