Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Лукас 4:35 - Инжил

35 Ғайса рухты: – Шым! – тип тыйған. – Был кешенең эсенән сыҡ! Ен, әлеге әҙәмде халыҡ алдында ҡолатып, уға бер зыян да килтермәйенсә, эсенән сығып киткән.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

35 Ғайса рухты: – Шым! – тип тыйҙы. – Был кешенән сыҡ! Ен, әлеге әҙәмде халыҡ алдында ҡолатып, уға бер зыян да килтермәйенсә, эсенән сығып китте.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Лукас 4:35
17 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ул енгә сығырға бойорҙо. Ен сығыу менән малай һауыҡты.


– Ниңә һеҙ шулай ҡурҡаҡһығыҙ, имандары аҙҙар? – тине Ул шәкерттәренә. Ғайса тороп елде һәм күлде тыйҙы, тәрән тынлыҡ урынлашты. Халыҡ таң ҡалып:


Шаҡшы рух, әлеге әҙәмде дер һелкетеп, көслө тауыш менән ҡысҡырып эсенән сығып китте.


Ул, тороп, елде тыйҙы, күлгә лә: – Шаулама, баҫыл! – тине. Ел туҡтаны, тәрән тынлыҡ урынлашты.


Шаҡшы рух, малайҙың тәнен бик ныҡ тартыштырып, һөрәнләп килеп сыҡты. Малай үлгәндәй булды. Шунлыҡтан күптәр уны «үлде» тине.


Ә инде көслөрәк берәү һөжүм итеп был кешене еңә ҡалһа, уның таянысы булған бөтөн ҡоралын тартып алыр, табышын бүлгеләр.


Ғайса: – Әлбиттә, һеҙ: «Табип! Үҙеңде Үҙең дауала», – тигән әйтемде иҫемә төшөрөрһөгөҙ һәм: «Капернаумдағы эштәрең тураһында ишеттек, бында ла, Үҙең йәшәгән ҡалала, шуларҙы уҡ башҡар», – тип әйтерһегеҙ, – тигән.


Ул, ҡатын өҫтөнә эйелеп, сиргә туҡтарға ҡушҡан. Тән яныуы тулыһынса бөткән. Ҡатын шунда уҡ торған да уларға табын әҙерләй башлаған.


«Һин – Алла Улы!» – тип ҡысҡырышып, күптәрҙең эсенән ен сыҡҡан. Ә Ғайса, ҡаты киҫәтеп, был турала һөйләп йөрөүҙән тыйған, сөнки улар Уның Мәсих икәнлеген белгән.


Шәкерттәре Ғайса янына килеп: – Остаз, остаз! Батабыҙ бит! – тип ҡысҡырып Уны уятҡандар. Ғайса иһә тороп елде лә, ҡоторонған тулҡындарҙы ла тыйған. Улары туҡтаған, тынлыҡ урынлашҡан.


Шаҡшы рух уны баҫып ала ла, бала ҡапыл ҡысҡыра башлай, тәне тартыша, ауыҙынан күбектәр килеп сыға. Шаҡшы рух, уны ныҡ итеп интектергәндән һуң, көскә китә.


Етеп килгән мәлдәрендә ен малайҙы ергә атып бәргән дә, баланың тәне ҡороша башлаған. Ғайса иһә шаҡшы рухҡа тыйылырға бойорған һәм, малайҙы һауыҡтырып, атаһына тапшырған.


Шуға күрә, күктәр һәм унда йәшәүселәр, ҡыуанығыҙ! Әммә ергә һәм диңгеҙгә ҡайғы, сөнки Иблис, ваҡытының аҙ ҡалыуын белеп, асыуҙан ярһып янығыҙға төштө.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ