52 Шәкерттәр Уға баш эйгән һәм ҙур шатлыҡ менән Иерусалимға ҡайтҡан.
52 Шәкерттәр Уға баш эйҙе, шунан ҙур шатлыҡ менән Йәрүсәлимгә ҡайтты.
Ғайсаны күргәс, улар Уның алдында тубыҡланды, әммә ҡайһы берҙәре шикләнде.
Ҡапыл улар алдына Ғайса Үҙе килеп сыҡты: – Именлек һеҙгә! – тине Ул. Улар Ғайсаға яҡын килде, Уның алдында тубыҡланып, аяҡтарын ҡосаҡлап алдылар.
Фатиха биргәндә, алыҫая барып, күккә алынған.
Бынан һуң Алланы данлап, һәр ваҡыт Алла Йортонда булғандар.
Һеҙ Минең: «Һеҙҙән китәм һәм һеҙгә киләсәкмен», – тигәнемде ишеттегеҙ. Әгәр ҙә Мине яратһағыҙ, Атам янына китеүемә ҡыуаныр инегеҙ, сөнки Атам Минән бөйөгөрәк.
Шуның һымаҡ, һеҙ ҙә хәҙер ҡайғыраһығыҙ; әммә Мин һеҙҙе тағы күрәсәкмен, күңелегеҙҙе шатлыҡ биләп алыр һәм ул шатлыҡты һеҙҙән бер кем дә тартып ала алмаҫ.
Әммә һеҙгә дөрөҫөн әйтәм: Минең китеүем һеҙҙең өсөн хәйерлерәк, әгәр китмәһәм, һеҙгә Яҡлаусы килмәйәсәк; ә китһәм, Мин Уны һеҙгә ебәрәсәкмен.
– Минең Раббым һәм минең Аллам! – тип ҡысҡырып ебәрҙе Фома.
Шунан аҙаҡ илселәр Зәйтүн тауы тип аталған тауҙан Иерусалимға ҡайтты. Зәйтүн тауы Иерусалимдан бер саҡрым самаһы юлда ине.
Һеҙ Уны күрмәгән булһағыҙ ҙа, яратаһығыҙ; хәҙер ҙә, күрмәһәгеҙ ҙә, Уға ышанаһығыҙ һәм иманығыҙҙың маҡсатына – йәнегеҙҙең ҡотолоуына өлгәшеп, әйтеп бөтөргөһөҙ һәм иҫ киткес ҙур ҡыуаныс менән шатланаһығыҙ.