48 Һеҙ быларҙың шаһиты.
Һеҙ ҙә Минең шаһиттарым, сөнки баштан уҡ Минең менән бергә булдығыҙ.
Әммә һеҙ үҙегеҙгә Изге Рух ингәндән һуң ҡөҙрәт аласаҡһығыҙ һәм Иерусалимда, бөтә Йәһүҙиәлә, Самарияла һәм, хатта донъяның сигенә үк барып етеп, һәр ерҙә Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡылырһығыҙ.
Беҙ йәһүдтәр илендә һәм Иерусалимда Ул ҡылған барса эштәрҙең шаһиты. Уны ағас бағанаға аҫып үлтерҙеләр,
Үҙ ихтыяры буйынса, Ғайсаны бөтә халыҡҡа түгел, ә Үҙе алдан уҡ һайлаған шаһиттарына күрһәтте. Ул шаһиттар – беҙ, Ғайса үленән терелеп торғандан һуң Уның менән бергә ашаған-эскән кешеләр.
Ул Үҙе менән Галилеянан Иерусалимға килгән кешеләргә күп көндәр дауамында күренде. Хәҙер ул кешеләр – халыҡ алдында Уның шаһиттары.
Алла шул Ғайсаны үленән терелтте, беҙ бөтәбеҙ ҙә бының шаһиттары.
Һин бөтә кешеләргә күргәндәреңде һәм ишеткәндәреңде һөйләп, Уның тураһында шаһитлыҡ ҡылырһың.
Һеҙ тормошто Булдырыусыны үлтерҙегеҙ, әммә Алла Уны терелтте. Беҙ – бының шаһиттары.
Илселәр иһә Раббы Ғайсаның үленән терелеп тороуына ҙур көс һалып шаһитлыҡ ҡылды һәм Алла уларҙың һәммәһенә Үҙенең мәрхәмәтен мул итеп биреп торҙо.
Беҙ – был эштәрҙең шаһиты. Шулай уҡ Алла Үҙенә буйһоноусыларға биргән Изге Рух та был эштәргә шаһит, – тип яуап бирҙеләр.
Үҙем дә өлкән, Мәсих ғазаптарының шаһиты һәм киләсәктә асыласаҡ бөйөклөктө уртаҡлашыусы булараҡ, арағыҙҙағы өлкәндәргә мөрәжәғәт итәм: