46 Ул уларға былай тигән: – Изге Яҙмала былай тиелгән: Мәсих ғазап сигергә, өсөнсө көндә үленән терелергә
46 – Изге Яҙмала былай тиелгән: Мәсих ғазап сигергә, өсөнсө көндә терелергә,
Уның тураһында Изге Яҙмала яҙылғанса, Әҙәм Улы китә, әммә Әҙәм Улына хыянат итәсәк кешегә ҡайғы! Әгәр ҙә тыумаған булһа, уның өсөн яҡшыраҡ булыр ине.
Унан һуң: – Мин һеҙҙең менән бергә булған саҡта былар тураһында һөйләгәйнем. Муса ҡанунында, пәйғәмбәрҙәрҙең китаптарында һәм Зәбурҙа Минең хаҡта яҙылғандарҙың барыһы ла тормошҡа ашырылырға тейеш, тип әйткәйнем, – тигән.
«Әҙәм Улы гонаһлылар ҡулына тотоп бирелергә, арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланырға һәм өсөнсө көндә терелеп торорға тейеш», – тигәйне бит һеҙгә.
Улар Ғайсаның үленән тереләсәге тураһында Изге Яҙмала әйтелгәнде аңламайҙар ине әле.
Уларға Мәсихтең ғазап сигергә һәм үленән терелергә тейешлеген аңлатты һәм иҫбат итте. – Мин һеҙгә Ғайса хаҡында вәғәз әйтәм һәм шул Ғайса – Мәсих, – тине Павел.
Башҡа бер кемдән дә ҡотолоу килмәҫ. Ер йөҙөндә кешеләргә бирелгән исемдәр араһында беҙҙе ҡотҡара алырҙай бүтән исем юҡ, – тине Петр.
Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең Аллаһына һәм Атаһына дан! Ул Үҙенең бөйөк мәрхәмәте менән Ғайса Мәсихте үленән терелтеү аша беҙҙе яңынан тыуҙырҙы