Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Лукас 24:39 - Инжил

39 Минең ҡулдарыма һәм аяҡтарыма ҡарағыҙ, был – Мин Үҙем! Ҡулдарығыҙҙы Миңә тейҙерегеҙ һәм ҡарағыҙ! Өрәктең тәне лә, һөйәге лә булмай, ә, күреп тороуығыҙса, Миндә – бар, – тигән.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

39 Ҡулдарыма һәм аяҡтарыма ҡарағыҙ, был – Мин Үҙем! Ҡулдарығыҙ менән Мине тотоп ҡарағыҙ. Өрәктең тәне лә, һөйәге лә булмай, ә Миндә, үҙегеҙ күреп тораһығыҙ, бар, – тине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Лукас 24:39
12 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ғайса көслө тауыш менән: – Атам! Рухымды Һинең ҡулыңа тапшырам, – тип ҡысҡырған да йән биргән.


Әммә Ғайса уларға: – Ни эшләп ҡурҡып ҡалдығыҙ? Ниңә күңелегеҙҙә шундай шик тыуҙы?


Быны әйткәс, Ул уларға ҡулдарын һәм аяҡтарын күрһәткән.


Быны әйткәс, ҡулдарын һәм ҡабырғаһын күрһәтте. Шәкерттәр Раббыларын күреп бик ҡыуанды.


Башҡа шәкерттәр уға: – Беҙ Хужабыҙҙы күрҙек! – тинеләр. Ә ул уларға: – Уның ҡулдарындағы ҡаҙаҡтан алған яраларын күрмәйенсә, шул яраларға бармағымды, ҡабырғаһындағы йәрәхәткә ҡулымды тейҙереп ҡарамайынса, ышанмаясаҡмын, – тип яуапланы.


Унан Фомаға: – Бармағыңды бында һуҙ ҙа ҡулдарыма ҡара. Ҡулың менән ҡабырғамдағы йәрәхәткә тей! Башҡаса шикләнмә һәм ышан, – тине.


Ғазап сиккәненән һәм үлгәненән һуң, Үҙенең тере икәнлеген күп һанлы хаҡ дәлилдәр килтереп иҫбат итте, ҡырҡ көн буйына илселәренә күренде һәм Алла Батшалығы тураһында һөйләне.


Алла Үҙе именлек сығанағы, һеҙҙе тулыһынса изгеләштерһен. Раббыбыҙ Ғайса Мәсих килеүгә бөтөн булмышығыҙ: рухығыҙ ҙа, йәнегеҙ ҙә, тәнегеҙ ҙә саф көйө һаҡланһын.


Унан тыш, бөтәбеҙҙең дә ерҙә беҙҙе тәрбиәләгән атайҙарыбыҙ бар ине, улар беҙҙе тәртипкә өйрәтте, һәм беҙ уларҙы ихтирам иттек. Күктәге рухи Атабыҙға иһә тағы ла нығыраҡ буйһонорға тейеш түгелбеҙме ни? Был буйһоноу беҙгә йәшәү бирә бит.


Беҙ баштан уҡ булған, беҙ ишеткән, үҙ күҙҙәребеҙ менән күргән, күҙәткән һәм ҡулдарыбыҙ менән ҡағылған нәмә – тормош Һүҙе тураһында вәғәзләйбеҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ