50 Юғары кәңәшмә ағзалары араһында Йософ исемле бер изгелекле һәм тәҡүә кеше булған.
50 Юғары кәңәшмә ағзалары араһында Йософ исемле бер игелекле һәм тәҡүә кеше бар ине.
Ошо ваҡытта Иерусалимда Симеон исемле тәҡүә һәм Алланы ололаусы бер кеше йәшәгән. Ул Израилгә йыуаныс килерен көтөп ғүмер иткән, Изге Рух менән һуғарылған булған.
Ул үҙе лә, уның бөтә ғаиләһе лә диндар булып, Алланы ололанылар. Ул йәһүдтәргә күп хәйер-саҙаҡа бирҙе һәм һәр ваҡыт Аллаға ғибәҙәт ҡылды.
– Беҙҙе тәҡүә һәм Алланы ололаусы, бөтөн йәһүд халҡы алдында хөрмәтле булған йөҙбашы Корнилий ебәрҙе. Ул изге фәрештәнән һине үҙ өйөнә саҡырырға һәм һин һөйләйәсәк һүҙҙәрҙе тыңларға бойороҡ алды, – тине улар.
Варнава Изге Рух һәм иман менән тулы изгелекле кеше ине, күптәр Раббыға инанып, иман юлындағылар төркөмөнә ҡушылды.
Уның хаҡында Изге Яҙмала яҙылғандарҙың бөтәһе лә тормошҡа ашҡас, Уны арҡысаҡтан төшөрөп, ҡәбергә һалдылар.