42 һәм Ғайсаға: – Ғайса, Үҙ Батшалығыңа ингәс, мине иҫкә ал, – тип өндәшкән.
42 Шунан Ғайсаға өндәште: – Ғайса, Үҙ Батшалығыңа ингәс, мине иҫкә ал.
Һеҙгә әйтәм: Мине кешеләр алдында ҡабул иткән һәр кемде Әҙәм Улы ла Алла фәрештәләре алдында ҡабул итер.
Һалым йыйыусы иһә ситтәрәк баҫып торған һәм күккә ҡарарға ла ҡыймаған, ә сәсен йолҡҡослап: «Аллам, миңә, гонаһлыға, мәрхәмәтле булсы!» – тип үтенгән.
Беҙҙе ғәҙел хөкөм иттеләр, ҡылған эштәребеҙгә ҡарата тейешлеһен алдыҡ. Ә Ул бер насарлыҡ та ҡылмаған, – тигән
Ғайса уға: – Хаҡ һүҙ әйтәм: һин бөгөн үк Минең менән бергә ожмахта булырһың, – тигән.
Мәсих Үҙенең данлы бөйөклөгөнә өлгәшер алдынан ошондай ғазаптар аша үтергә тейеш булмағанмы ни?
Нафанаил Уға: – Остаз! Һин – Алла Улы! Һин – Израиль Батшаһы! – тине.
– Минең Раббым һәм минең Аллам! – тип ҡысҡырып ебәрҙе Фома.
– Раббы Ғайсаға инан. Шулай эшләһәң, үҙең дә ҡотолорһоң, бөтә өйөң дә ҡотолор.
Тәүбә итеп Аллаға табан боролоуҙың һәм Раббыбыҙ Ғайсаға инаныуҙың зарурлығы тураһында йәһүдтәргә лә, йәһүд булмағандарға ла етди рәүештә иғлан иттем.
Улар үҙҙәрендәге Мәсих Рухы, алдан күреп, Мәсихтең ғазап сигәсәге һәм һуңынан киләсәк бөйөклөк тураһында әйткән һүҙҙәрҙең ниндәй хәлдәргә һәм ҡайһы мәлгә күрһәтеүен тикшергән.
Ғайсаның Мәсих булыуына инанған һәр кем Алланан тыуған. Һәм Атаны яратҡан һәр кем Унан тыуған баланы ла ярата.