31 Әгәр йәшелләнеп ултырған ағас менән шулай ҡылалар икән, ҡороғандарына ни булыр?
31 Әгәр йәшелләнеп ултырған ағас менән шулай эшләйҙәр икән, ҡороғандарына ни булыр?
Ҡулында – елгәргес көрәк. Ул, ашлыҡты ырҙында елгәреп, бойҙайын бураға һалыр, ә кәбәген һүнмәҫ утта яндырыр.
Шул көндәрҙә кешеләр тауҙарға: «Беҙҙең өҫтөбөҙгә ауығыҙ!», ҡалҡыулыҡтарға: «Беҙҙе ҡаплағыҙ!» – тип әйтер.
Ғайса менән бергә ике енәйәтсене лә үлем язаһына алып барғандар.
Кемдәр Миндә йәшәмәй, уларҙы ағас ботағы кеүек ҡырҡып ырғыталар һәм улар ҡорой. Ундай ботаҡтарҙы йыйып, утҡа ташлап яндыралар.
Ә инде сәнскәк һәм башҡа ҡый үләндәре үҫкән ерҙең файҙаһы юҡ, уға ҡарғыш янай һәм аҙаҡтан ул яндырылып юҡҡа сыға.
Был кешеләр һеҙҙең мөхәббәтле табындарығыҙҙа уңайһыҙланыу белмәй, үҙҙәрен генә ҡайғыртып табын ҡороп ултырыусылар. Улар – ел ҡыуып йөрөткән ямғыр килтермәҫ болоттар. Улар – уңыш йыйыр мәлдә емеш бирмәй торған, ике тапҡыр үлгән, тамыры менән ҡуптарылған ағастар.