18 Халыҡ бер тауыштан: – Быныһына – үлем! Беҙгә Варавваны азат ит! – тип ҡысҡырған.
18 Халыҡ бер тауыштан: – Быныһына – үлем! Беҙгә Бараббасты азат ит! – тип ҡысҡыра башланы.
Варавва иһә ҡалалағы ихтилалда ҡатнашҡаны һәм кеше үлтергәне өсөн төрмәгә ултыртылған булған.
ә Петр ҡапҡа янында тышта тороп ҡалды. Бер аҙҙан баш руханиҙың танышы булған теге шәкерт кире сыҡты. Ҡапҡа һаҡлаусы ҡыҙ менән һөйләшеп, ул Петрҙы эскә алып инде.
Халыҡ төркөмө: – Үлем уға! – тип ҡысҡыра-ҡысҡыра эйәреп барҙы.
Ошо һүҙҙәрҙе әйткәнсе Павелды тыңланылар, ә унан: – Был әҙәмде ер йөҙөнән юҡ итергә! Бындай кеше йәшәргә тейеш түгел! – тип ҡысҡыра башланылар.
Һеҙ Изгенән һәм Хаҡ булғандан ваз кистегеҙ һәм кеше үлтереүсене иреккә сығарыуҙы һоранығыҙ.