69 Ошо мәлдән башлап Әҙәм Улы Ҡөҙрәтле Алланың уң яғында ултырыр, – тигән.
69 Ошо мәлдән башлап Әҙәм Улы Ҡөҙрәтле Алланың уң яғында ултырыр, – тине.
«Раббы Аллам минең Хужама: „Мин дошмандарыңды аяҡтарың аҫтына һалғанға тиклем, уң яғымда ултыр“», – тине.
Ғайса уға: – Быны һин үҙең әйттең, – тип яуап бирҙе. – Ә Мин һеҙгә шуны әйтәм: ошо мәлдән башлап Әҙәм Улының Ҡөҙрәт Эйәһенең уң яғында ултырғанын һәм болоттар өҫтөндә килгәнен күрерһегеҙ!
– Эйе, Мин, – тине Ғайса. – Һеҙ Әҙәм Улының Ҡөҙрәт Эйәһенең уң яғында ултырғанын һәм күктәге болоттар араһында килгәнен күрерһегеҙ!
Шулай тигәндән һуң, Раббы Ғайса күккә алынып, Алланың уң яғына ултырҙы.
Ә инде һеҙҙән һораһам, Миңә яуап бирмәйәсәкһегеҙ.
Уларҙы кем хөкөм итә алыр? Ғайса Мәсих улар хаҡына үлде, ул ғына ла түгел, үленән терелтелде. Ул Алланың уң яғына ултырҙы һәм беҙҙең өсөн Аллаға ялбара.
Тимәк, һеҙ Мәсих менән бергә терелгәнһегеҙ икән, күктәге нәмәләргә ынтылығыҙ, унда иһә Мәсих Алланың уң яғында ултырған.
Уның Улы – Алла данының балҡышы һәм Уның асылының теүәл сағылышы. Ул бөтә нәмәне Үҙенең ҡөҙрәтле һүҙе менән тотоп тора. Кешеләрҙе гонаһтарынан таҙарындырғас, юғарыла Мөһабәт Алланың уң яғына ултырҙы.
Иманда беренсе булып барыусы һәм уны камиллыҡҡа еткереүсе Ғайсанан күҙ яҙлыҡтырмайыҡ. Ул, хурлығына иғтибар итмәйенсә, киләсәктә юлында көткән шатлыҡ хаҡына арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланды һәм Алла тәхетенең уң яғына ултырҙы.
Һеҙгә һөйләгәндәребеҙҙең иң мөһиме – беҙҙең шундай Баш Руханийыбыҙ бар, Ул күктәрҙә Мөһабәт Алланың тәхетенең уң яғына ултырған.
Ул, күккә ашып, мөһим урынҙа, Алланың уң яғына ултырған, һәм Уға барлыҡ фәрештәләр ҙә, күктәге хакимлыҡтар ҙа, ҡөҙрәттәр ҙә буйһонған.
Шунан һуң фәрештә миңә Алланың һәм Бәрәстең тәхетенән ағып сыҡҡан, кристалл һымаҡ ялтырап торған тереклек һыуы йылғаһын күрһәтте.
Мин дә еңдем һәм Атам менән бергә Уның тәхетенә ултырҙым, шуның кеүек, еңгән кешегә Үҙем янынан тәхеттән урын бирермен.