Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Лукас 22:61 - Инжил

61 Раббы Ғайса боролоп Петрға ҡараған һәм Петр Уның: «Бөгөн әтәс ҡысҡырғансы, һин Минән өс тапҡыр ваз кисәсәкһең», – тигән һүҙҙәрен иҫенә төшөргән.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

61 Раббы Ғайса Петрусҡа боролоп ҡараны, шул саҡ Петрус Уның: «Бөгөн әтәс ҡысҡырғансы, һин Мине өс тапҡыр инҡар итәсәкһең», – тигән һүҙҙәрен иҫенә төшөрҙө.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Лукас 22:61
19 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ләкин Ғайса: – Һиңә хаҡ һүҙ әйтәм: ошо төндә, әтәс ҡысҡырғансы, һин Минән өс тапҡыр ваз кисәсәкһең, – тип яуапланы.


Ғайсаның: «Әтәс ҡысҡырғансы, һин Минән өс тапҡыр ваз кисәсәкһең», – тигән һүҙҙәре Петрҙың иҫенә төштө. Ул, урам яҡҡа сығып, әрнеп иланы.


Ғайса, шул мәлдә Үҙенән көс сыҡҡанын тойоп, халыҡҡа боролдо. – Минең кейемемә кем ҡағылды? – тип һораны.


– Эй Марфа, Марфа! Һин күп нәмә тураһында хәстәрләп, ығы-зығы килеп йөрөйһөң, – тигән уға Раббы, –


Ғайса иһә: – Һиңә әйтәм, Петр: бөгөн әтәс ҡысҡырғанға тиклем Мине белеүеңдән өс тапҡыр ваз кисәсәкһең, – тигән.


Әммә Петр уға ла: – Мин һинең нимә һөйләгәнеңде аңламайым, – тигән. Тап ошо һүҙҙәрҙе әйткән саҡта әтәс ҡысҡырып ебәргән.


Ул, урамға сығып, әрнеп илаған.


Раббы Ғайса, ҡатынды күргәс, уны йәлләп: – Илама, – тигән.


уларҙы Раббыға ебәргән: – Килергә тейеш булған Ҡотҡарыусы Һинме, әллә башҡа берәүҙе көтәйекме? – тип һорарға ҡушҡан.


Ғайса уға: – Минең өсөн йәнеңде фиҙа ҡылырға әҙерһеңме? Һиңә хаҡ һүҙ әйтәм: әтәс ҡысҡырғанға тиклем, һин Минән өс тапҡыр ваз кисәсәкһең, – тине.


Израилгә тәүбә итеү һәм гонаһтары кисерелеү мөмкинлеген бирһен өсөн, Алла Уны Хаким һәм Ҡотҡарыусы итеп Үҙенең уң яғына күтәрҙе.


Һеҙ, тыумышығыҙ менән ҡасандыр мәжүси булғандар, иҫегеҙгә төшөрөгөҙ: тән йолаһын ғына үтәп, үҙҙәрен «сөннәтле» тип атаусылар һеҙҙе «сөннәтһеҙҙәр» тип йөрөтә ине.


Шуға ла ниндәй бейеклектән түбән төшөүеңде иҫеңә төшөр һәм, тәүбә итеп, элекке эштәреңде башҡар. Тәүбә итмәһәң, яныңа килермен һәм шәмдәлеңде урынынан ҡуҙғатырмын.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ