Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Лукас 22:42 - Инжил

42 – Атам! Әгәр теләһәң, был ғазаптар кәсәһен Минән үткәреп ебәр. Әммә был Минең ихтыярымса түгел, ә Һинең ихтыярыңса булһын!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

42 – Атам! Әгәр теләһәң, был ғазап туҫтағын Минән үткәреп ебәр. Әммә Мин түгел, Һин теләгәнсә булһын.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Лукас 22:42
21 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ошо ваҡыт Ғайса: – Атам, күктең һәм ерҙең Хужаһы! – тине. – Быны зирәктәр һәм аҡыл эйәләренән йәшереп, сабыйҙарға асып биреүең өсөн Һине данлайым!


Эйе, Атам, шулай эшләүҙе Һин яҡшы тип таптың!


– Һеҙ нимә һорағанығыҙҙы үҙегеҙ ҙә аңламайһығыҙ, – тип яуап бирҙе Ғайса. – Мин эсәсәк ғазап кәсәһенән һеҙ ҙә эсә алырһығыҙмы һуң? – Алырбыҙ, – тине улар.


Ул ситкәрәк китте лә ергә йөҙ түбән ятып доға ҡылды: – Атам! Мөмкин булһа, был ғазаптар кәсәһе Минән үтеп китһен ине! Әммә, Мин теләгәнсә түгел, ә Һинеңсә булһын.


Ғайса тағы, икенсе тапҡыр ситкә китеп, доға ҡылды: – Атам, Миңә был кәсәне эсмәйенсә үткәреү мөмкин түгел икән, Һинең ихтыярыңса булһын!


Уларҙы ҡалдырып, Ғайса йәнә ситкәрәк китте һәм өсөнсө тапҡыр шул уҡ һүҙҙәрҙе әйтеп доға ҡылды.


Һинең Батшалығың килһен. Күктәге кеүек, ерҙә лә ихтыярың үтәлһен.


– Абба, Атам! Һинең өсөн мөмкин булмаған бер нәмә лә юҡ, был ғазаптар кәсәһен Минән үткәреп ебәрсе! Әммә Мин теләгәнсә түгел, ә Һинеңсә булһын.


[Ғайса: – Атам! Кисер уларҙы! Улар ни эшләгәндәрен үҙҙәре лә аңламай бит! – тигән.] Ғәскәриҙәр йәрәбә һалып, үҙ-ара Уның кейемдәрен бүлешкән.


Ғайса Петрға: – Ҡылысыңды ҡынына тығып ҡуй. Атам биргән кәсәнән эсмәҫ инемме ни? – тине.


Ғайса уларға былай тине: – Минең ризығым – Мине Ебәреүсенең ихтыярын үтәү һәм Уның эшен теүәлләү.


Мин Үҙемдән-Үҙем бер ни ҙә эшләй алмайым. Нисек ишетәм, шулай хөкөм итәм, һәм Минең хөкөмөм – ғәҙел, сөнки Мин Үҙ ихтыярымды түгел, ә Мине Ебәреүсенең ихтыярын үтәргә тырышам.


Сөнки Мин күктән ни теләйем, шуны эшләргә түгел, ә Мине Ебәреүсенең ихтыярын башҡарырға килдем.


Беҙ иһә, уны күндерә алмағас, тынысланып: – Раббының ихтыярынса булһын! – тинек.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ